Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2019, 16:06

Ә беҙ хоккей яратабыҙ

Үҫмер егеттәр үҙ һәләттәрен күрһәтте

Район үҙәгенең “Атлант” стадионында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған хоккей буйынса район беренселеге үтте.

Был ярышты ойоштороу һәм уҙғарыу өсөн район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса баш белгесе Артур Сафин, баш судья – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусы Фирғәт Мөниров, судья ярҙамсыһы – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусы Айнур Абдрахманов яуаплы ине.

Уйын көсөргәнешле барҙы, һәр команда еңеүгә ынтылыш, командала уйнай белеүҙәрен күрһәтте. Урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урынды Йонос ауылынан “Сапсан” командаһы яуланы, икенсе урын – Оло Ыҡтамаҡтан “Ыласын” командаһында, өсөнсө урын “Сапсан” командаһының кесе төркөмөнә бирелде.

Еңеүселәргә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең грамоталары һәм кубоктар тапшырылды.

Адель АБДРАХМАНОВА әҙерләне.