Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2019, 17:03

Ҡаршылыҡтар сыныҡтыра ғына

Беҙҙең хоккей командаһы турнирҙа уңышлы сығыш яһаны

23-27 ғинуарҙа Кушнаренко районында Тарасов исемендәге “Алтын шайба” йәш хоккейсылар клубының финаль уйындары үтте. Унда Башҡортостан ҡала һәм райондарынан 10 иң көслө команда ҡатнашты.

Был мәртәбәле турнирҙа беҙҙең егеттәр-ҙең нисек сығыш яһауҙары тураһында “Сапсан” хоккей клубы тренеры Фирғәт Мөниров яҙып ебәргән:

“Республика кимәлендәге был уйында Йонос ауылынан “Сапсан” клубының йәш хоккейсылары Илһам Мөхәмәтшин, Ғәлиәскәр Мөниров, Фәнил Хилажев, Рәфис Хәйерзаманов, Мирас Нурмөхәмәтов, Морат Ғәҙелшин, Иршат Нафиҡов, Башҡорт гимназияһының “Ыласын” клубынан Илфир Төхвәтуллин, Марат Рафиҡов, Вилдан Хаматуллин, Айрат Сафиев һәм Дыуан-Мәсетле мәктәбенән Юлдаш Вәхитов районыбыҙ исеменән сығыш яһаны.

Турнир барышында беҙҙең хоккейсылар яҡшы физик әҙерлек, еңеүгә ынтылыш, бер коллектив булып уйнай белеүҙәрен күр-һәтте. Беҙҙең егеттәр иң көслө командаларға ҡаршы лайыҡлы уйын алып бар- ҙы. Мәсетле районы командаһы “Алтын шайба-2018” клубы чемпионы – Әлшәй районы командаһына буллит буйынса 2:3 иҫәбе менән һәм овертаймда 2018 йылғы балалар хоккей лигаһы беренселеге вице-чемпионы – Межгорье ҡалаһы командаһынан ғына еңелде.

Билдәле клубтарҙы еңгән осраҡтар ҙа булды. 4:1 иҫәбе менән 2018 йылғы йәштәр хоккей лигаһы чемпиондары – Бишбүләк районы командаһын һәм 5:3 иҫәбе менән 2018 йылғы балалар хоккей лигаһының бронза призеры – Өфө районы командаһын еңдек. Ете мәрәй йыйып, беҙҙең команда республикала 7-се урын яуланы.

Үкендергес хаталар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа, судьяларҙың ғәҙелһеҙлеге лә булды, әлбиттә. Спортта унһыҙ булмай. Әммә бындай ҡаршылыҡтар хоккейсыларҙы сыныҡтыра ғына. Улар еңеүҙәргә ирешеү өсөн тағы ла ныҡышмалыраҡ әҙерләнә.

Тағы ла бер ҡаҙаныш – команда уйынсыларының береһе – Ғәлиәскәр Мөниров турнир йомғаҡтары буйынса “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың йыйылма командаһына саҡырылды.