Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2019, 12:05

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Район саңғы ярышы үтте

Үткән шәмбе “Комета-Спорт” саңғы базаһында, Мәсетле районы ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһындағы спартакиадаға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған район саңғы ярышы үтте. 14 ойошманың йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашты.

Сараны хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова асты, әйткәндәй, ул үҙе лә бәйгелә ҡатнашты. Ҡотлау телмәренән һуң 2018 йылда лицейҙы тамамлаған Ғәлиәскәр Ғибәҙуллинды “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын айырыу (отличие) билдәһе менән бүләкләнеләр.

Командалар ағзаларының ярыш рухы, ҡомары менән һуғарылған шәп кәйефе көйәрмәндәргә һәм спорт бәйгеһен ойоштороусылар-ға ла күсте. Ярышта ҡатнашыу- ҙан барыһы ла ҡәнәғәтлек кисер-ҙе, сөнки спорт сараһы – ул сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ғына түгел, ә коллегаларҙың формаль булмаған шарттарҙа аралашыуы ла, ә был, үҙ сиратында, бер-береңә ярҙам итеү, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ кеүек күркәм сифаттар формалаштырыуға булышлыҡ итә.

Ярыш яҡшы ойошторолғайны. Һөҙөмтәлә 1-се урынды – мәғариф бүлеге, 2-се – Дыуан күп профилле колледжы филиалы, 3-сөнө Мәсетле балалар шифаханаһы командалары алды.

Шәхси һөҙөмтәләр буйынса 40 йәшкә тиклемге ирҙәр араһында 1-се урынды Леонид Фәхретдинов, 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында Сергей Кустиков яуланы. 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙа 1-се урын Гөлназ Муллағәлиевала, 40-тан өлкәнерәктәр араһында – Зилә Ғәниевала. Улар барыһы ла мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре.