Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ноябрь 2018, 14:02

Ҡыҙғылт һары туп

24 ноябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында, Башҡортостан Республикаһының XXI уҡыусылар спартакиадаһына ярашлы, баскетбол буйынса “Ҡыҙғылт һары туп” район ярышы үтте. Унда ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 144 кеше тәшкил итте (9-ҙар ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары).

Ныҡышмалы көрәштә үҫмер егеттәр араһында Әләгәҙ командаһы еңеү яуланы, Башҡорт гимназияһы – икенсе, Ләмәҙтамаҡ өсөнсө булды.

Ҡыҙҙар командалары араһында урындар түбәндәгесә бүленде: беренсе – Башҡорт гимназияһы, икенсе – Түбәнге Бобин, өсөнсө – Әләгәҙ мәктәптәре.

Еңеүселәр район мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнде.