Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2018, 14:00

Спорт менән шөғөлләнгәндә үҙ-үҙеңде контролләү

Күптән түгел Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!” акцияһы ойошторолдо. Уның инициаторы пенсионер Әснәф Сәйетов булды.

Беҙҙең районда күптәр скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнгәнлектән, уның техникаһы менән таныштырыу өсөн ул беҙгә Виктор Усовты саҡырҙы.

Тәүге осрашыу спорт төрө менән танышыу формаһында үтте. Ә 20 ноябрҙә район китапханаһында улар осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы физик йөкләнеш ваҡытында үҙ хәлдәрен контролләргә өйрәтеү маҡсатында икенсе тапҡыр йыйылды.

Күнеккәнлектең дөрөҫ күр-һәткесе булып пульс тора. Пульс-тың физик йөкләнешкә нисек яуап биреүен йөрәктең тибешен көсөргәнеш биргәнгә тиклем һәм унан һуң иҫәпләп ҡарап баһаларға, йәғни пульстың йышайыу процентын билдәләргә мөмкин. Тынлыҡтағы пульс йышлығын 100% , ә йөкләнешкә тиклем һәм унан һуңғы йышлыҡтар айырмаһын Х тип алалар. Мәҫәлән, йөкләнеш биргәнгә тиклемге пульс 10 секундта 12 тапҡыр, ә унан һуң 20 тапҡыр булһын, ти. Әллә ни ҡыйын булмаған иҫәп-хисаптан һуң, пульстың 67 процентҡа йышайыуын асыҡлайбыҙ.

Ләкин пульсҡа иғтибар итеү генә етмәй. Мөмкинселек бул-һа, йөкләнешкә тиклемге һәм унан һуңғы артериаль ҡан баҫымын да үлсәп ҡарарға кәрәк. Йөкләнеш бирә башлағанда максималь ҡан баҫымы күтәрелә, һуңынан билдәле бер кимәлдә тотороҡлана. Эшләп туҡтағандан һуң (тәүге 10-15 минутта) баштағы кимәлдән түбәнерәк төшә, ә һуңынан инде тәүге хәлгә ҡайта. Минималь ҡан баҫымы еңелсә йөкләнеш биргәндә үҙгәрмәй, ә инде көсөргәнешле ауыр эш башҡар-ғанда бер аҙ күтәрелә.

Улар йөрөгәндән һуң үҙҙәрен нисек тойоуҙарын тикшерҙе. Йөрөргә сығыр алдынан, йөрөгән ваҡытта һәм унан һуң пульс-тарын үлсәнеләр. Шунан һуң сарала ҡатнашыусылар саңғы базаһына, ә һуңынан инде “Ҡарағай” шифаханаһы бассейнына йүнәлде.

Адель АБДРАХМАНОВА.