Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2018, 16:01

Хәрәкәт – ул һаулыҡ, айырыуса скандинавия йөрөшө

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!” акцияһы ойошторол-ғайны. Уның инициаторы “Ҡарағай” шифаханаһында ял итеүселәр өсөн ял көнө йылға буйлап ағып төшөү инструкторы, Оло Аҡа мәктәбенең пенсиялағы физкультура уҡытыусыһы Ансаф Сәйетов булды.

– Йылға буйлап аҡҡан ваҡыттарҙың береһендә мин Дыуан районында билдәле шәхес булған Виктор Усов менән таныштым. Уның төп маҡсаты – халыҡты әүҙем ялға ылыҡтырыу, теләһә ниндәй формалағы спорт: походтар, экскурсиялар, һыу-ҙан ағыу менән шөғөлләнергә мөмкинлек биреү, скандинавса дөрөҫ йөрөргә өйрәтеү. Беҙҙең районда ла күптәр скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнә. Мин уны мәсетлеләрҙе йөрөү техникаһы менән таныштырһын өсөн үҙебеҙгә саҡырҙым, – ти Ансаф Миңлеғариф улы.

Акцияла ҡатнашыусылар райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында йыйылды. Артабан барыһы бергә скандинавия йөрөшө менән “Ҡарағай” шифаханаһына йүнәлде. Унда Виктор Александрович скандинавса йөрөү техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

– Популяр йүгереү менән сағыштыр-ғанда, йөрөүҙең өҫтөнлөктәре күберәк. Иң мөһиме, мускулдарҙың 90 проценты эшкә ҡушыла һәм умыртҡа бағанаһына ла ҙур булмаған көсөргәнеш бирелә. Әгәр йүгергән ваҡытта 300 калорий яндырылһа, скандинавия йөрөшө ваҡытында – 700 калорий! Тотош организмға скандинавса йөрөү комплекслы тәьҫир итә: сыҙамлылыҡты арттыра, ҡан менән тәьмин ителеште яҡшырта, шәкәр кимәлен нормаға килтерә, ҡан баҫымын тотороҡландыра, матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә. Саф һауала йөрөү ҙә стресты кәметә һәм кәйефте яҡшырта, – тине ул.

Акцияла ҡатнашыусылар араһында Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рәфисә Мөхәмәт- йәнова менән Фәрзәнә Хәсәнова ла бар ине. Скандинавия йөрөшө менән улар өс йылдан ашыу шөғөлләнә һәм был спорт төрө уларға оҡшай.

– Беҙҙең районда спорт менән шөғөлләнеү өсөн ойоштороусы һәм махсус урын юҡ. Әгәр йәй, көҙ һәм яҙ “Атлант” стадионында шөғөлләнһәк, ҡыш көнө беҙгә урамдар буйлап йөрөргә тура килә, сөнки стадиондағы һуҡмаҡ ҡарҙан таҙартылмай, – ти улар.

Әйткәндәй, акция үткенселәрҙе бик ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай булғас, “скандинавсылар”ҙың һаны оҙаҡламай тағы ла артыр, моғайын. Сөнки ул – үҙ һаулығыңа табан бәхәсһеҙ бер аҙым!

Айгөл ШАРАПОВА.