Спорт
26 Октября 2018, 12:02

Кубок – беҙҙекеләрҙә

20 октябрҙә Мәсәғүт ауылында Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы кубогына мини-футбол буйынса зональ ярыш булды. Унда Яңы Яуыш ауылы футболсылары ҡатнашты.

Беҙҙең спортсылар I урын алды. Ҡатнашыусылар кубок һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Иң яҡшы тренер кубогы Мәсетле районы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Динат Абдрахмановҡа тапшырылды.