Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Октябрь 2018, 16:02

Хәүефһеҙлек мәктәбе

Октябрь башында Әй йыл-ғаһы буйында Бөтөн донъя туризм көнөнә һәм өҫтәмә белем биреүҙең 110 йыллығына арналған “Хәүефһеҙлек мәктәбе” ярышы үтте.

Район белем биреү учреждениеларының 11 командаһы алдында еңел булмаған бер нисә этапты үтеү бурысы торҙо. Ҡаршылыҡтар һыҙатында ярышта ҡатнашыусылар бихисап арҡандар менән эш итеү оҫталығы күрһәтте, текә ҡашлаҡҡа менде һәм төштө, үтеүе ауыр булған урындар аша сыҡты, аҫылмалы ҡулайлама буйлап тәрән йырынды үтте. Был этапта йәйәүле туризм буйынса республика ярыштарында ҡатнашыусы Ләмәҙтамаҡ мәктәбе туристары (етәкселәре Р. Хөснуллина) бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урында Яңы Мишәр мәктәбе командаһы (Г. Сәхәүетдинова), өсөнсөнө Башҡорт гимназияһы (Г. Ниғәмәтйәнова) алды.

“Школа выживания” этабында башҡорт гимназияһы командаһы еңеүсе тип танылды. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто туристары икенсе – (Н. Латипова), Оло Аҡа мәктәбе (Р. Хәйретдинов) өсөнсө урынға сыҡты. Балалар ОБЖ курсы һәм медицина буйынса теоретик заданиелар үтәгән конкурс программаһында урындар түбәндәгесә бүленде: I – Башҡорт гимназияһы, II – Әләгәҙ мәктәбе (Ф. Зиннуров), III – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто.

Кесе төркөмдә Абдулла мәктәбе һәм Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто командалары ҡатнашты.

Фаил ХӘЙРЕТДИНОВ,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң туризм буйынса инструкторы.