Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2018, 16:05

Көслө, матур, шәп булырға теләйһеңме – йүгер!

“Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө – ҡатнашыусылар һаны һәм географик территорияһы буйынса Рәсәйҙә иң масштаблы һәм күп һанлы кеше йәлеп ителгән спорт сараһы.

Быйыл ул 22 сентябргә тура килде. Мәсетле районында ойоштороусылар сифатында район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе сығыш яһаны. Ярыштарҙа 2002-2008 йылғы ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты. Барлығы 170 бала йүгерҙе.

Кросс йәш төркөмдәре буйынса уҙҙы. Еңеүселәр билдәләнде. Кесе йәш төркөмөндә малайҙар араһында 800 метрға йүгереүҙә Альберт Лапочкин (Башҡорт гимназияһы) тәүге урынға сыҡты, икенсе – Евгений Закиров (Теләш мәктәбе), өсөнсө – Тимур Хөснөтдинов (Дыуан-Мәсетле); ҡыҙҙар араһында беренсе урын Софья Кашина (Әләгәҙ) яуланы, икенсе – Алһыу Йәрмөхәмәтова (1-се лицей), өсөнсө – Алина Лапочкина (Башҡорт гимназияһы).

Үҫмерҙәр араһында урта йәш төркөмөндә (1000 м) Ғәлиәскәр Мөниров (Йонос) еңеүсе булды, Айнур Ғәниев (Яңы Мөслим) икенсе урын яуланы, өсөнсө – Илфир Төхвәтуллин (Башҡорт гимназияһы) һәм Мортаза Рәхимов (Яуыш); ҡыҙҙарҙан (800 м) беренсе булып Дарья Полушкина килде (Әләгәҙ), икенсе – Эльвира Нуретдинова (Теләш), өсөнсө – Аида Әһлетдинова (Ләмәҙтамаҡ).

Өлкән йәш төркөмөндә егеттәр (1500 м) араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе – Ғайсар Мөниров (Йонос), икенсе – Илназ Зәләйев (Әләгәҙ), өсөнсө – Илгизәр Йәрмөхәмәтов (Дыуан-Мәсетле); ҡыҙҙар араһында (1000 м) Лиана Рәхимова (1-се лицей) иң етеҙе булып сыҡты, икенсе – Гөлйөҙөм Хафизова (Ләмәҙтамаҡ), өсөнсө – Диана Мөжипова (Әжекәй).

Еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге грамоталары менән бүләкләнде.

Айгөл ШАРАПОВА.