Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Сентябрь 2018, 18:02

Шах һәм мат

Үткән йомала Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡортостан Республикаһы төньяҡ-көнсығыш райондары ветерандары араһында шахмат буйынса зональ турнир уҙҙы.

Турнирҙа ҡатнашыусылар-ҙы Мәҙәниәт һарайында Мәсетле артистары икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы.

Сараны Мәсетле районы хакимиәте, ветерандар советы һәм “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының урындағы бүлексәһе ойошторҙо. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, физик культура һәм спорт буйынса баш белгес Артур Сафин сәләмләне. Улар ошондай ярыш үткәреү мөмкинлеге булғанына ҙур кинәнес белдерҙеләр һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткер-ҙеләр. Яҡынлашып килгән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлап, барыһына ла сәләмәтлек теләнеләр.

Ярыштарҙа Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле райондарынан дүрт команда ҡатнашты. Турнирҙың баш судья-һы Артур Хәбибуллин ҡатнашыусыларҙы уйын регламенты һәм шарттары менән таныштырҙы.

Шахмат уйыны швейцар системаһы буйынса 15 минутлыҡ туғыҙ турнирҙан тор-ҙо. Ҡатнашыусыларҙың йәше: 60 һәм унан өлкәнерәк йәштәге ирҙәр, 55 һәм унан өлкәнерәк йәштәге ҡатындар. Команда составы: өс ир һәм бер ҡатын.

Турнир һөҙөмтәләре: I урын – Мәсетле районы командаһы, II – Дыуан районы командаһы, III – Балаҡатай районы командаһы.

Шәхси беренселектә ирҙәр араһында I урынға Закирйән Кәримов сыҡты (Мәсетле районы), II урында – Мансур Ханов (Мәсетле районы), III – Александр Бельтюков (Дыуан районы). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Зифа Будимирова еңеү яуланы (Мәсетле районы), II урынға Нәркәс Ахунова сыҡты (Дыуан районы), III – Нина Сафиканова (Балаҡатай районы).

Шәхси беренселектәге призерҙар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Командаларға кубоктар, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге грамоталары, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының урындағы бүлексәһенән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Адель ҒАФФАРОВА.