Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2018, 19:25

Физкультурниктарға – ура!

11 августа Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Атлант” стадионында Физкультурниктар көнөнә арналған спорт сараһы үтте.

Һәр кешенең тормошонда физкультура ныҡлы урын алып тора. Бала әле атлап йөрөй белмәй, ә әсәһе уға гимнастика эшләтә. Балалар баҡсаһында, мәктәптә физкультура дәрестәре үткәрелә. Шуның өсөн Физкультурниктар көнө профессиональ спортсыларҙыҡы ғына түгел, ә беҙҙең һәр беребеҙҙең дә байрам ул.

Шәмбе көндө “Атлант” стадионына күп ҡатнашыусылар килде, шулар араһында спорт ветерандары, йәш һәм тәжрибәле уҡытыусылар һәм спортсылар. Программаға киләһе ярыш төрҙәре индерелгәйне: футбол, волейбол, еңел атлетика, ҡул көрәше, гер спорты һәм шахмат.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сығыш яһаны. Ул спортта иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙе Рәхмәт һүҙҙәре менән дәртләндерҙе.

Тантаналы өлөштән бөтәһе лә берҙәм ярыштарға күсте. Ярыш төрҙәре күп булды, һәр береһе үҙенә оҡшағанды һайлап алды: кемдер йүгереү юлына баҫты, кемдер шахмат уйнарға ултырҙы.

100 һәм 800 метр аралыҡҡа йүгереү ҡыҙыҡлы үтте. Һәр береһе еңеүсе булыр өсөн күп тырышлыҡ һалды.

Көслөләр гер спорты буйынса ярышты.

Волейбол ярышында Ростов ауыл советы спортсылары командаһы иң яҡшыларҙан булды.

Ҡул көрәше буйынса Яуыш ауылынан Айһылыу Хафизова һәм Дыуан-Мәсетле ауылынан Фаил Ғәйнетдинов еңеүсе булды.

Футбол уйыны барған май-ҙансыҡта айырыуса көсөргәнешле көрәш барҙы. Ололар араһында беренсе урынды Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы командаһы алды, йәштәр араһында – Дыуан-Мәсетле ауыл советы командаһы.

Был көндө “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” конкурсы үтте. Ярышта Дыуан-Мәсетле, Яңы Мишәр, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советтарынан 5 команда ҡатнашты. Ярыш программаһы 6 эстафетанан, интеллектуаль һәм канат тартыу конкурстарынан торҙо. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауыл советынан Ниязовтар ғаиләһе еңеүсе булды.

Байрам барлыҡ ҡатнашыу-сыларҙа күңел күтәренкелеге һәм сағыу, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.