Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2018, 12:15

Районда физкультура һәм спортты үҫтереү тураһында

11 август – Физкультурниктар көнө Рәсәйҙә физкультурниктар көнө йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә билдәләнә. Байрамда спортҡа ҡағылышы булғандарҙың барыһы ла: физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, студенттар һәм профилле уҡыу йорттарын тамамлаусылар, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусы кешеләр ҡатнаша. Байрам алдынан беҙ район хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Артур Мәҡсүт улы Сафин менән районда спорттың нисек үҫешеүе тураһында әңгәмәләштек.

“Мин бында бишенсе йыл эшләйем. Беҙ спорт саралары уҙғарабыҙ, физкультура һәм спорт менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, – ти Артур Сафин. Районда уйын һәм ҡышҡы спорт, бергә-бер көрәш төрҙәрен үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Йыл һайын 60-лаған сара үтә. Ауыл спорт уйындары барышында хоккей буйынса зональ ярыштар уҙғарҙыҡ. Быйыл беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында республика чемпионаты үтте. Беҙҙең спортсылар Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнаша. Студент, спорт мастеры, көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Рәсүл Бәшировты, шулай уҡ 2018 йылда БР уҡыусылары спартакиадаһына ярашлы мини-футбол буйынса Сибай ҡалаһында үткән республика ярышында икенсе урын алған Яңы Яуыш мәктәбе ҡыҙҙарын билдәләп үтке килә”.

Районда шайбалы хоккей, саңғы уҙышы, ҡышҡы полиатлон, саңғы туризмы техникаһы, милли көрәш, гер спорты, армспорт, футбол, мини-футбол, шахмат, шашка, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, балыҡ спорты буйынса төрлө ярыштар уҙғарыла.

Волейбол уйнар өсөн район Мәҙәниәт һарайында көҙҙән башлап яҙға ҡәҙәр йәштәр йыйыла. Теләш, Һабанаҡ һәм

башҡа ауылдарҙан командалар килә.

Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн 23 спорт залы, 74 яҫылыҡлы ҡорамалдар (уйын майҙансыҡтары, хоккей ҡумталары, футбол яландары), саңғы базаһы, бассейн, атыу тиры бар. 11 мәктәптә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән секциялар алып барыла.

Йыл һайын район мәктәптәрендә уҡыу йылына күмәк кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларының календарь планы төҙөлә. Мәктәп уҡыусылары ара-һында спартакиада, мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” спартакиадаһы, шулай уҡ ауыл биләмәләре, учреждениелар һәм ойошмалар араһында спартакиада үткәрелә.

Артур Сафин бер үк ваҡытта спорт мәктәбендә бокс буйынса тренер булып та эшләй. Был спорт төрө менән дүрт йыл шөғөлләнгән. Бер нисә тапҡыр бокс буйынса республика ярыштарында призлы урындар алған. Хәҙер балалар менән тренировкаларҙы ул район Мәҙәниәт һарайында уҙғара. График буйынса бер залда футболсылар ҙа, волейболсылар ҙа, боксерҙар ҙа шөғөлләнә. Шул арҡала ринг ҡуйып булмай. Проблема шулай уҡ лицейҙа ла бар, унда уҡыусылар һанының күп булыуы сәбәпле тағы ла бер спорт залы кәрәк.

Артур – ГТО-ның муниципаль тест үҙәге етәксеһе. 2017 йылда уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында ГТО комплексы нормативтарын үтәү буйына саралар уҙғарылды. 170 кеше ҡатнашты. Уларҙың 21-е алтын отличие билдәһе алды, 43 кеше көмөш призер булды, 17 – бронза миҙалсылар.

Районда физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны арта. 2015 йылда улар 7856 кеше булһа, 2016-ла – 8136. 2017 йылда 8367 кеше иҫәпләнде. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы һаулыҡ кәрәк, ә уны яҡшыртыу өсөн физкультура фай-ҙалы.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.