Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2018, 14:15

“Беҙгә спорт залдары һәм майҙансыҡтары кәрәк”

Мәсетле районы балалары спорт ҡаҙаныштарына ныҡышмалы һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙары менән ирешә. Әммә башланғыс осорҙа йәштәргә үтә кәрәкле этәргесте тренер бирә һәм артабанғы уңыштарға дәртләндерә.

Районда йәшәүселәр Яңы Яуыш балаларының милли көрәш, мини-футбол һәм волейбол буйынса ярыштарҙағы уңыштары тураһында ишеткәндер, әлбиттә. Уларҙың тренеры Динат Абдрахманов был эшкә күп көс һалған.

Динат Миндиәхмәт улы мәктәптә уҡыған ваҡыттан бирле саңғы спорты менән мауыға. Өфө ҡалаһында Урал физик культура академияһын тамамлай. Уҡыған осорҙа стадионға көрәш һәм волейбол буйынса күнекмәләргә йөрөй. 1989 йылда грек-рим көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат була.

Академиянан һуң тыуған ауылында бер нисә йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, шунда уҡ спорт секцияларын ойоштора. 15 йыл Яңы Яуыш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын үтәй, әммә шул ваҡытта ла спортты ташламай: ауыл балаларын һәм үҫмер-ҙәрен өйрәтеүен дауам итә.

2004 йылдан Динат Абдрахманов Мәсетле районы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә спорт төрҙәре буйынса тренер-уҡытыусы. Ул Яңы Яуыш мәктәбендә ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн милли көрәш, волейбол һәм мини-футбол буйынса секция алып бара. Уның күнекмәләренә 8-ҙән 15 йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Араларында бер юлы өс секцияға йөрөгәндәр ҙә бар.

– Мәктәптә “Аҡбуҙат” спорт клубы ойошторолған,– тип һөйләй уҡытыу-сы. –Ошо исем аҫтында балалар төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.

Әйтергә кәрәк, республика ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә улар уңышлы сығыш яһай, бүләкле урындар ала. Улар мини-футбол буйынса зональ ярыш- тарҙа беренсе булды. Сибайҙа үткән республика ярыштарында уңышлы сығыш яһаны.

Көрәш буйынса ла маҡтанып була: йыл һайын үткәрелгән Ауыл спорт уйындарында тренерҙың улы Айнур Аб- драхманов икенсе булды, ә Адис Солтанов – өсөнсө.

Бынан тыш, уның тәрбиәләнеүселәре бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы командалары составында зональ һәм төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашты.

Динат Абдрахманов спорт менән йәшәй. Ул спортҡа мөмкин тиклем күберәк балаларҙы йәлеп итергә, уларҙы компьютерҙан һәм интернеттан айы- рырға тырыша.

– Спорт секцияларында балалар һәм йәштәр күберәк булһын ине, – тине ул. –Ошоноң өсөн беҙгә йыһазландырыл-ған спорт залдары һәм майҙансыҡтары кәрәк. Хыялым – районда спорт комплексы төҙөлөүе. Шунда балалар ҙа спорт менән ҡыҙыҡһынып, әүҙем тормош алып барыр ине.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.