Беҙҙең районда ла шахмат популяр спорт төрө булып һанала. Профессионалдар ҙа, йәш шахматсылар ҙа бар.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илгизәр Ғилметдинов үҙе лә шахмат уйнарға ярата. Ошо уйынды ул мәктәп йылдарынан уҡ үҙ итә, район ярыштарында ҡатнаша һәм еңеүҙәргә өлгәшә. Ҡасандыр уҡытыусылар араһында өсөнсө урын ала. “Мин Һабанаҡ мәктәбендә уҡыным, тәнәфес ваҡытында йыш ҡына шахмат уйнай тор-ғайныҡ, түңәрәккә йөрөнөм”, – ти ул.
Илгизәр был уйынға улдарын да өйрәткән. Эмиль һәм Әмир балалар баҡсаһынан уҡ шахмат уйнай. 2017 йылда улар аталары менән Һатҡыға ҡала мэры кубогына ярышҡа барған. Унда 190 кеше ҡат-нашҡан, балаларға өлкәндәр менән уйнарға тура килгән.
Бөгөн балалар өсөн “Мәктәптә шахмат” Рәсәй белем биреү программаһы эшләй. Илгизәр фекеренсә, уны район мәктәптәренә индерергә кәрәк. Шахмат, бигерәк тә балаларҙа, логиканы ғына түлел, ә ижадты, фантазияны үҫтерә, сөнки уйын ваҡытында мейенең ике ярымшары ла эшләй.
Районда шахмат буйынса дүрт тренер бар: Ильяс Шарапов (Теләш), Мансур Ханов (Башҡорт гимназияһы), Минзәлә Хажимөхәмәтова (Дыуан-Мәсетле) һәм Лиана Кәримова (Ләмәҙтамаҡ). Шахмат һәм сатраш буйынса республика ярыштары еңеүсеһе Минзәлә Хажимөхәмәтованың командаһын әйтеп китергә кәрәк. Улар 2016 йылда Ишембайға республика ярыштарына барған һәм яҡшы ғына һөҙөмтәләргә ирешкән: берәүһе шәхси беренселектә алтынсы урын яулаған. Ул сатраш уйынына ла яҡшы өйрәтә. 2017 йылда ошо уйын төрө буйынса республика ярыштарының финалында ҡатнаш-ҡан. Шахмат буйынса спорт мастеры Мансур Ханов республика ярыштарында урындар алған. Гимназияла ул ике төркөм менән шөғөлләнә. Яңы эш башлап тороусы тренер Лиана Кәримова ла яҡшы эшләй.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шахматтан тыш, көрәш, волейбол, хоккей, футбол, мини-футбол, саңғы буйынса түңәрәктәр эшләй. Киләһе уҡыу йылында дзюдо секцияһын асыу планлаштырыла.
Мини-футбол буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәндәр: Сибайҙа үткән республика ярыштарында Яңы Яуыш мәктәбе ҡыҙҙары икенсе урын алған, ә егеттәре – өсөнсө. Уларҙы Динат Аб-драхманов өйрәтә.
Спорт мәктәбендә яҡшы тренерҙар эшләй. Уның водителе Юрий Антипиндың да эше еңелдәрҙән түгел. Сибай, Туймазы, Раевка, Өфө кеүек алыҫ ерҙәргә йөрөргә тура килә уға. Бер ваҡыт Сибайға 12 сәғәт баралар, сөнки балаларҙы алып барғанда тиҙлек сәғәтенә 60 километрҙан артырға тейеш түгел.
Хәҙер үҫмерҙәр күп ваҡытын компьютер алдында, телефон менән үткәрергә ярата. Йәнең теләгән секцияларҙы, түңәрәктәрҙе һайлап, шулар-ҙа шөғөлләнһәң, яҡшыраҡ була, әлбиттә. Сөнки спорт физиологик, шулай уҡ психологик күҙлектән үҫмерҙең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Ә шахмат логик фекерләүҙе, иғтибарҙы, хәтерҙе яҡшырта. Унан башҡа балала характер тәрбиәләй. Уның менән бала биш йәштән шөғөлләнә ала.