Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Июль 2018, 16:34

Ҡайҙа ҡарама – футбол

2018 йылғы Донъя чемпионаты – ниндәйҙер әкиәттәгеләй мәл. Ҡайҙа ҡарама – футбол: өйҙәрҙә, сауҙа үҙәктәрендә, парк-тарҙа, һәм, әлбиттә, махсус фан-зоналарҙа. Фан-зоналар ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, ә бәләкәй торама пункттарҙа, атап әйткәндә, беҙҙең ауылда ла ҡуйыл-ғайны.

Футбол буйынса 2018 йылғы Донъя чемпионатының Рәсәй һәм Хорватия йыйылма командалары араһындағы сирек финал матчы көнөндә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ыҡ йылғаһы күпере аръяғындағы стадионда беҙҙең район көйәрмәндәре өсөн фан-зона ойошторолғайны. Уның инициаторы – “Уңыш” таксийы етәксеһе, шәхси эшҡыуар Юрий Риз-ванов. Был фан-зонала проектор һәм ноутбук менән ҙур экран урынлаштырылғайны.

Был кистә йөҙҙән ашыу футбол фанаттары йыйылды. Улар араһында ололар ҙа, балалар ҙа бар ине. Ҡай берәүҙәре бөтөн ғаиләһе менән килгән. Уларҙың барыһы ла йыйылма команданы бар көстәренә хупланы: голдар кертелгәндә шатланып ҡысҡырыштылар, ә инде туптар беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһына үтһә, йәндәре көйөп иңрәнеләр. Әммә барыһы ла берҙәм: йыйылма команда матур футбол күрһәтте һәм ҡаршы яҡтан пенальтила ғына ҡалышып һуңғы сиккә тиклем ныҡ көрәште. Шуға күрәлер ҙә, моғайын, Рәсәй йыйылма командаһының һөҙөмтәһен уның фанаттары еңелеүгә һанаманы. Шулай ҙа Рәсәй йыйылма командаһы донъяның иң яҡшы һигеҙ командаһы исемлегенә инде, һәм был юлы уның чемпионаттан сығыуы матур булды.

Көйәрмәндәргә бындай идея ныҡ оҡшаны, сөнки футболды фан-зонала ҙур компанияла ҡарау өйҙәгегә ҡарағанда күпкә ҡыҙығыраҡ.

Айгөл ШАРАПОВА.