Беҙҙең илдең күп көйәрмәндәре, шул иҫәптән мәсетлеләр, был ваҡиғанан ситтә тороп ҡала алманы. Чемпионатты үткәреү хоҡуғын Рәсәйҙең киләһе ҡалалары алды: Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, Һамар, Саранск, Сочи, Дондағы Ростов, Калининград, Түбәнге Новгород һәм Волгоград.
Беҙҙең райондан яҡынса алты ғаилә яҡындағы Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларында үткән ярыштарға, ә шулай уҡ бер ғаилә Сочиға барҙы.
Һабанаҡ ауылынан Рәмзилә һәм Илгизәр Ғилметдиновтар Екатеринбургта буласаҡ Египет – Уругвай матчына барған.
Ярышҡа билеттар алдан, 2017 йылдың декабрендә үк, һатып алынған була. Бер билет хаҡы – 6900 һум. Әммә Рәмзилә һәм Илгизәр онотолмаҫ тойғолар алыр өсөн аҡсаларын йәлләмәй. Египеттан һәм Уругвайҙан килеүселәр менән бергә чемпионат ҡарау бәхете тағы ла ҡасан тейә әле?! Ярыштарҙы үткәреү юғары кимәлдә ойошторолған. Үҙҙәре менән көйәрмән танытмаһы алынған була, ул метрола бушлай йөрөү мөмкинлеге биргән.
Чемпионат тамамланасаҡ, ә унан алын-ған шатлыҡ тойғолары оҙаҡҡа етәсәк!