Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Апрель 2018, 17:28

Хоккей – ул һаулыҡ һәм берҙәмлек

Йонос мәктәбендә һуңғы дүртенсе сиректең тәүге көнө “Сапсан” мәктәп командаһы өсөн хоккей миҙгелен ябыу менән билдәләнде. Ярышта үҫмер егеттәр (2002 – 2004 йылғылар) һәм балалар (2005 – 2010 йылғылар) командалары ҡатнашты.


“Сапсан” командаһы.


Ныҡышмалы көрәштә үҫмер егеттәр араһында “Сапсан-2” командаһы еңде. Ике команда ла тамашасыларға юғары физик һәм техник әҙерлек күрһәтте. Балалар командалары алышы айы- рыуса тамашалы булды. Иң кеселәренә һигеҙ йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, улар ҡыйыу рәүештә һөжүм итте һәм ышаныслы һаҡланды.

Климат шарттары ауыл балаларына яратҡан спорт төрө менән саф һауала оҙайлы ваҡыт шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. “Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай” тип йырҙа белмәй йырланмайҙыр. Спорт менән системалы шөғөлләнеүҙәре арҡаһында, улар физик яҡтан ныҡлы, сыҙамлы, үҙ көстәренә ышанып һәм дуҫлыҡ ҡәҙерен белеп үҫә. Кәрәк булһа шайбаны ла үҙҙәренә ҡабул итә алалар.

Бәләкәй генә ауыл мәктәбе командаһын ярышташтары яҡшы белә һәм ихтирам итә. Иң сағыу уйындарҙы команда Әлшәй районының Раевка ҡасабаһындағы боҙҙа А. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” турнирында күрһәтте. Башҡортостан ҡала һәм райондарының һигеҙ командаһынан индерелгән һәм үткәреп ебәрелгән шайбалар-ҙың ыңғай айырмаһын бары тик өсәүһе генә күрһәтте, уларҙың береһе – беҙҙекеләр. Ә йомғаҡлау көрәшендә “Сапсан” командаһы почетлы бишенсе урын алды.

Тотош миҙгел дауамында хоккей майҙансығын тейешле кимәлдә тоторға: боҙ ҡатламына даими һыу һибеп, ҡарҙан таҙартып торорға тура килә. Район хакимиәтенең ярҙамы менән ҡар таҙартыу машинаһы һатып алынды. Йәш хоккейсыларға еңелерәк булып китте, был күнекмәләрҙең нәтижәлелеген тәьмин итте. Йонос ауылы хоккейын үҫтереүгә юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Илгиз Фазлетдинов та ҙур өлөш индерҙе. Көҙ көнө майҙансыҡты киңәйтеү һәм төҙөкләндереү буйынса ер эштәре үткәрҙеләр, сисенеү бүлмәһе өсөн резина түшәмәләр бүләк иттеләр. Спортсыларҙың ата-әсәләре йөҙөндә урындағы ирекмәндәр, шулай уҡ Вәис Мөхәмәҙиев, Айнур Лотфуллин, Айгиз Ғәлиуллин, “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәге (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) ныҡ ярҙам итә. Фәүзиә Хилажева ярыштар ваҡытында һәр ваҡыт медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер.

Мәктәпте тамамлап сыҡ-ҡандарҙың финанс ярҙамында хоккей майҙансығы эргәһендә 60 мең һумдан ашыу дөйөм суммаға ике йылы сисенеү бүлмәһе төҙөлдө. Барлыҡ монтаж эштәрен Рафиҡ Хәйерзаманов менән Раян Ниғмәтуллин башҡарҙы. “Сапсан” командаһына финанс ярҙамы күрһәткән мәктәптең элекке уҡыусылары Кәрим Һаҙыев (Яңы Уренгой ҡалаһы), Ильяс Зарипов (Нефтеюганск ҡалаһы), Закир Иштуғанов (Яңы Уренгой ҡалаһы), Рим Мөниров (Оло Ыҡтамаҡ ауылы), Әлфирә һәм Рөстәм Ғәлиәхмәтовтарға (Лянтор ҡалаһы) айырыуса рәхмәт әйтке килә.

Команда элеккесә бер үк нәмәгә юҫыҡ тота – яман ғәҙәттәрһеҙ сәләмәт йәшәү рәүеше аша яңы еңеүҙәргә ынтыла.

Фирғәт МӨНИРОВ,

тренер-уҡытыусы.