Башҡорт гимназияһының, Ләмәҙтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Яңы Мишәр, Ҡор-ғат, Яңы Яуыш, Йонос, Абдулла, Түбәнге Бобин, Оло Аҡа мәктәптәренең, Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йорто һәм Оло Ыҡтамаҡ лицейының әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Программаға турист төйөндәре бәйләү, үҙ-үҙеңде страховкалап һөҙәклеккә менеү-төшөү, азимут һәм топонимик тамғаларҙы билдәләү, тиҙлек менән төшөү һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тест кеүек һынау төр-ҙәре инде.
Урта мәктәптәр араһында ярыш йомғаҡтары буйынса кесе йәш төркөмөндә баш-ҡорт гимназияһы командаһы (етәксеһе Г. Ниғәмәтйәнова), урта – Ләмәҙтамаҡ мәктәбе (Р. Хөснуллина), өлкән – Яңы Мишәр мәктәбе (Г. Сәхәүетдинов) еңеү яуланы.
Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында кесе төркөмдә Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто (Ф. Хәйретдинов), уртансы йәш төркөмөндә Ҡорғат мәктәбе командалары еңде.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр конкурсында Оло Ыҡтамаҡ лицейы (Ю. Юнысов) һәм Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто (Н. Латипова) командалары иң яҡшылары тип танылды.
Нәркәс ӘХМӘТЙӘНОВА әҙерләне.