Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Март 2018, 12:19

Етеҙ, йылғыр Ғәлиәскәр

Туймазы ҡалаһында 2004 – 2006 йылғы балалар араһында Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының тәбиғи боҙҙа шөғөлләнеүсе һигеҙ иң яҡшы хоккей командаһы араһында Башҡортостан Республикаһының шайбалы хоккей буйынса чемпионатының финал уйыны үтте.

Чемпионатта Йонос мәктәбенең “Сапсан” командаһы һөжүм итеүсеһе Ғәлиәскәр Мөниров ҡатнашты. Ҡыйғы районының йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап, Ғәлиәскәр команданың уңышлы сығышына ҙур өлөш индерҙе.

Былтырғы кеүек үк “Туймазы-Арена” боҙонда ул үҙенең сағыу уйыны менән көйәрмәндәр һөйөүен һәм Баш-ҡортостан хоккейы белгестәре, тренерҙарының юғары баһаһын яуланы. Ике миҙгел рәттән Ғәлиәскәр чемпионаттың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе булып танылды һәм кубоктар менән бүләкләнде.

Ғәлиәскәр – 8-се класс уҡыусыһы. Ул бик арала- шыусан, шат күңелле һәм изгелекле үҫмер. Дисциплиналылығы менән айырылып тора, һәр ваҡыт ғәҙеллек өсөн көрәшә. Ә боҙҙа ул сапсан һымаҡ сос һәм йылғыр. Күп кенә көйәрмәндәр уның уйынын ҡарар өсөн килә.

Мәктәбебеҙ Ҡыйғы командаһы составында шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан чемпионы титулын яулаған уҡыусыһы менән ғорурлана. Был, һис шикһеҙ, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй балаларҙы көслө һәм ҡыйыу булырға өйрәткән һәм еңеүгә ихтыяр тәрбиәләгән тренер Фирғәт Мөнировтың да хеҙмәте.

Артабан да уңыштар теләйбеҙ һиңә, Ғәлиәскәр!

Фәрҙиә ӘБҮБӘКИРОВА,

Йонос мәктәбе

директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.


Һүрәттә: Ғәлиәскәр БР Хоккей федерацияһы берекмәһенең башҡарма директоры Руслан Нуртдинов менән.