Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Март 2018, 16:25

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр ярышты

Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле, Балаҡатай райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Дуҫлыҡ матчы” осрашыуын уҙғарҙы.


“Дуҫлыҡ матчы”нда ҡатнашыусылар.


Ҡунаҡтар район Мәҙәниәт һарайында осрашты. Күршеләрҙе сәләмләп, район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Шулай уҡ сығышында ул муниципаль хеҙмәткәр эшенең яуаплы һәм көсөргәнешле булыуын билдәләп үтте.

Ярыштар “Атлант” стадионында булды. Программаға эстафеталар рәүешендә конькиҙа йүгереү һәм пейнтбол өсөн мылтыҡтан атыу менән саңғыла йүгереү индерелгәйне. Ярыштар көсөргәнешле үтте.

Спорт әҙерлектәре булыу, сослоҡтары һәм етеҙлектәре арҡаһында Салауат районы Хакимиәте командаһы хаҡлы рәүештә еңеү яуланы, дыуандар икенсе, ҡыйғылар өсөнсө урын алды.

Еңеүселәр Мәсетле районы Хакимиәте миҙалдары һәм кубоктары менән бүләкләнде. “Дуҫлыҡ матчы” фес-тивале эстафетаһы Балаҡатай районына тапшырылды.

Ҡунаҡтар өсөн район үҙәге буйлап экскурсия ойошторолғайны, уға ярашлы ҡумыҙ музейында һәм сиркәү бинаһында булдылар. “Дуҫлыҡ матчы”н формаль булмаған шарттарҙа байрам ашы менән тамамланылар.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

әҙерләне.