Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2018, 17:16

Рәсәй саңғы юлы

10 февралдә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Комета-спорт саңғы базаһында “Рәсәй саңғы юлы” XXXVI Бөтә Рәсәй ярышы буйынса район күмәк саңғы уҙышы булды. Унда 60 кеше ҡатнашты.


Саңғысылар стартта.


Төрлө йәш төркөмдәрендә призлы урындарҙы Теләш, Ләмәҙтамаҡ, Йонос һәм Әбдрәхим мәктәптәре, 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусылары алды.

Ярыштарҙа еңеүселәр һәм призерҙар район Хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт бүлеге грамоталары һәм миҙалдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының сувенирлы атрибутикаһы менән бүләкләнде.



Конькиға баҫтылар

5 – 9 февралдә дүрт белем биреү учреждениеһында һәм “Атлант” стадионында конькиҙа йүгереү буйынса ярыштар үтте. Уларҙа Дыуан-Мәсетле, Әләгәҙ, Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ һәм Йонос ауылдары мәктәптәре әүҙем ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 173 кеше тәшкил итте.



Мәғариф хеҙмәткәрҙәре ярышты

Үткән аҙнала мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең “Һаулыҡ” спорт-һауыҡтырыу спартакиадаһы барышында өҫтәл теннисы һәм шахмат буйынса район ярыштары үтте. Ярыштарҙы район мәғариф бүлеге менән мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитеты ойошторҙо. Уларҙа 12 команда ҡатнашты. 1-се лицей, Әжекәй һәм Ләмәҙтамаҡ урта мәктәптәре командалары өҫтәл теннисы буйынса еңеүсе булды. Ә шахмат буйынса Башҡорт гимназияһы, Дыуан-Мәсетле һәм Әжекәй урта мәктәптәре командалары призерҙар булып танылды. Дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре командалары араһында Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Яңы Яуыш мәктәбе һәм Абдулла мәктәп-балалар баҡсаһы вәкилдәре айырылып торҙо.