Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Ғинуар 2018, 17:40

Бәхетле мәл!

Уҡыусылар һәм уҡытыу-сылар күңелендә күңелле хәтирәләр ҡалдырып, яңы йыл каникулдары тамамланды һәм ғәҙәти уҡыу көндәре башланды.



Мәктәптәрҙә каникулдар осоро етеү менән тормош туҡтай тигән һүҙ түгел. Уҡытыусылар егет һәм ҡыҙҙар буш ваҡыттарын файҙа менән үткәрһен өсөн ҡыҙыҡлы сараларҙың дөйөм комплексын әҙерләй.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында тәрбиәүи эш балаларҙы каникулдар мәлендә төрлө сараларға йәлеп итеүгә йүнәлтелә, саф һауала спорт-һауыҡтырыу сараларына айырым иғтибар бүленде. Саналарҙа шыуыу, “Атлант” стадионындағы һырғалаҡта осрашыу, урманға, “Ҡарағай” шифаханаһына сәйәхәт, хәрәкәтле уйындар кеүек саралар ойошторолған. Әйткәндәй, гимназия егеттәренең иң яратҡан спорт төрө – ул хоккей. Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповҡа арналған хоккей буйынса асыҡ турнирҙа уйынсыларының күбеһе гимназия егеттәре булған Мәсетле районы командаһының еңеүе быны раҫлай ғына.

Ҡайһы бер кластар хәрәкәтле һәм мауыҡтырғыс уйын – пейнтболды һайлаған. Был уйында иғтибарлылыҡ, йыйнаҡлыҡ, үҙеңә ышанғанлыҡ һәм сыҙамлыҡ кеүек сифаттар талап ителә.

– Беҙгә әллә ни физик әҙерлек һәм оҙаҡ итеп ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү кәрәкмәне. Иң мөһиме – ваҡытты күңелле һәм әүҙем итеп үткәреү ине. Беҙгә уйын йыйылған көсөргәнештән ҡотолоу һәм яңы энергияға эйә булыу өсөн шәп ысул булып сыҡты. Беҙ рәхәтләнеп күңел астыҡ! – тип уртаҡлаша тәьҫораттары менән 5 “Б” класс уҡыусылары (фотола).

Тәрбиә эштәре буйынса завуч Вәсимә Коженкова әйтеүенсә, гимназия балалар-ҙың ялын әүҙем һәм йөкмәткеле итеп ойошторорға тырыша. Сөнки дөрөҫ ойошторолған ял балаларҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай һәм ата-әсәләрҙең күңелен тынысландыра.

Айгөл ШӘРӘПОВА.