Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2017, 02:00

Иң етеҙҙәр 2017 йылғы “Милләт кросы”нда

Йәкшәмбе “Милләт кросы-2017”-гә ярашлы йүгереү буйынса ярыш булды. Нәркәс ӘХМӘТЙӘНОВА. Беҙҙең районда тәүге йыл ғына уҙғарылмаған сараның маҡсаты – халыҡты системалы рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, социаль әүҙемлекте һәм йәшәү эшмәкәрлеген күтәреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Йүгереүҙең сыҙамлылыҡты арттырыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм иммун системаларына ыңғай тәьҫир итеүе барыһына ла мәғлүм. Быйыл ярыштарҙа 2001 – 2006 йылғы үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар – барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Кросс йәш төркөмдәре буйынса үтте. Еңеүселәр билдәләнде: кесе йәш төркөмөндәге (2005-2006 йылғылар) малайҙар араһында беренсе урынды Илшат Шаһиев (Яңы Яуыш ауылы), икенсене – Айнур Ғәниев (Яңы Мөслим), өсөнсөнө –Владик Филатов (Оло Ыҡтамаҡ лицейы) алды; ҡыҙҙар араһында беренсе – Эльвира Нуретдинова (Теләш), икенсе – Юлиә Хәбирова (Әжекәй), өсөнсө – Дарья Полуш-кина (Әләгәҙ). Уртансы төркөмдә (2003-2004 йылғылар) үҫмер егеттәр араһында Илназ Зәләев (Әләгәҙ) – беренсе, Арслан Динов (Оло Ыҡтамаҡ лицейы) – икенсе, Вилдан Хафизов (Ләмәҙтамаҡ) өсөнсө булды; ҡыҙҙар араһында беренсе – Ләйсән Саҙиҡова (Теләш), Аида Әһлетдинова (Ләмәҙтамаҡ) – икенсе, Нәргизә Хөснуллина (Яңы Яуыш) – өсөнсө. Өлкән йәш төркөмөндә (2001-2002) егеттәр араһында урындар түбәндәгесә бүленде: беренсе – Арслан Орҡотов (Ләмәҙтамаҡ), икенсе – Ғайсар Мөниров (Йонос), өсөнсө – Рәлим Хәлилов (Оло Аҡа); ҡыҙҙар араһында беренсе – Илгенә Юнысова (Теләш), икенсе – Адель Нуруллина (Әләгәҙ), өсөнсө – Линара Юнысова (Ләмәҙтамаҡ).Ярышта еңеүселәр һәм призерҙар район Хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге миҙалдары һәм грамоталары менән наградланды.