Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2017, 02:00

Ғүмерлеккә

Икенсе сентябрҙә Октябрьск ҡалаһында А. Камаев иҫтәлегенә арналған роликлы саңғыларҙа уҙыш буйынса республика ярышы үтте. Унда Мәсетле егете Ғәлиәскәр Ғибәҙуллин 2000-2001 йылғылар төркөмөндә өсөнсө урын яуланы. Нәркәс ӘХМӘТЙӘНОВА. Ғәлиәскәр бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә. Был – Ғибәҙуллиндарҙың ҡанында. Уның атаһы Сала-уат Рифат улы шулай уҡ әүҙем йәшәү рәүеше алып бара. Егет башланғыс кластарҙа уҡ физкультура дәрестәрен түҙемһеҙләнеп көтә. Киләсәктә саңғы спортын үҙ итә. Ваҡыт үтеү менән мәктәп программаһында ҡаралған дәрестәр генә етмәй һәм егет саңғы секцияларына йөрөй башлай. Тиҙҙән саңғы спорты Ғәлиәскәрҙең тормошона ныҡлап үтеп инә, күнекмәләр һаны артҡандан-арта бара һәм ул һәүәҫкәр саңғысынан ысын спортсыға әйләнә. Саңғы, башҡа спорт төрө кеүек үк, егетте сыҙамлы һәм көслө итә, тәнен генә түгел, рухын да нығыта. Ғәлиәскәрҙең остазы – Сергей Кустиков. Нәҡ ул үҙ өлгөһөндә егетте яңы үрҙәр яуларға һәм маҡсатҡа ынтылырға дәртләндерә. Уның ярҙамы менән йәш спортсы йыл һайын район ярыштарында призер була һәм республика күләмендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Һуңғы ҡаҙаныштарының береһе – 2000-2001 йылғы үҫмерҙәр араһында алты километрға роликлы саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә икенсе урын. Ғәлиәскәр бер нисә йыл Өфө ҡалаһының 5-се спорт мәктәбендә йәйен Хәниф Ғәлишин етәкселегендә шөғөлләнә.Ғәлиәскәр әле 11-се класта уҡый. Алда – һөнәргә эйә булыу һәм өлкәндәр тормошона юл. Ә инде спорт уны ғүмер буйы оҙатып барасаҡ. Сөнки спорт – ғүмерлеккә.