2025 йылда Оксана Валерьяновна “Шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу” йүнәлеше буйынса социаль контракт нигеҙендә ярҙам һорап Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итә. Был программа уның ғаиләһе кеүек граждандар категорияһына үҙ теләктәрен үтәргә һәм яратҡан эштәрен ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә.
Ул “Яһалма ротанг менән изделиелар етештереү буйынса үҙмәшғүл граждандың эшмәкәрлеген ойоштороу” проектын эксперттарға уңышлы тәҡдим итә. Комиссия идеяның яңылығын, үҙенсәлеген юғары баһалай, быға тиклем ротанг менән ошондай ғәҙәти булмаған предметтар етештереүе хаҡында бер кемдең дә белдермәүен билдәләй. Оксана Валерьянова эшләгән ғәжәйеп кәрзиндәр һәм арт-декоратив мебель айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Оҫтабикә бай ижади тәжрибәгә эйә: мәктәп йылдарында һынлы сәнғәт мәктәбен тамамлай, биҙәүсе-рәссам һәм киң профилле дизайнер һөнәренә уҡый. Ул үҙенсәлекле бала – улы Родионды тәрбиәләй. Бындай балаға иғтибар күберәк талап ителә. Шуға күрә 2018 йылда ул ошоға бәйле үҙенең профессиональ үҫешен башлай. Уҡығас, реабилитация эше буйынса белгес сертификатын ала. 2022 йылда “Балаларҙы реабилитациялау процесында үҙ-ара бәйләнеш һәм уларҙың һөҙөмтәгә йоғонтоһо” темаһы буйынса воркшоп үтә.
Оксана Валерьяновнаның тарихы, тормош һынауҙарына ҡарамаҫтан, ныҡлыҡ, үҙ көсөңә ышаныу һәм ғәйәт эшһөйәрлек өлгөһө булып тора. Ул мөмкинлектәре сикле балаһын үҙе ҡарай, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, рух ныҡлығы күрһәтә, шат, ихлас һәм маҡсатына табан ышаныслы барған шәхес булып ҡала, бөтмәҫ энергияһы яратҡан шөғөлөндә сағылыш таба. Ижади эшмәкәрлектән тыш, йорт хужалығын алып барыу менән дә шөғөлләнә: ҡошҡорт аҫрай, йәйгеһен баҡса үҫтерә.
– Ротангынан әйбер эшләп, бер юлы баланы ла ҡарай алырмынмы икән, тип оҙаҡ уйландым. Әммә һуңынан: “Мин барыһын да булдырам!” – тигән ҡарарға килдем. Социаль контракт миңә финанс ярҙам, кешеләр менән аралашыу һәм өйҙән эшләү мөмкинлеге бирә. Иң мөһиме – мин үҙенсәлекле улымды тормошта кәрәкле һөнәргә өйрәтә аласаҡмын, – ти Оксана Валерьяновна.
Шулай итеп, Оксана Азимоваға 350 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был аҡсаға ул үҙенең проекты өсөн кәрәкле ҡорамалдар, атап әйткәндә, мебель каркастары, туҡымалар, кашпо өсөн әҙерләмәләр, тегеү машинаһы, өҫтәлдәр, кәштәләр һәм яһалма ротанг һатып ала.
Ротанг материал менән үреү традицион талдан үреүҙе хәтерләтә. Был һөнәр борондан уҡ билдәле: ата-бабаларыбыҙ бирнәһен ҡулдан үрелгән нәфис ҡумталарҙа һәм һандыҡтарҙа һаҡлаған. Ул ошо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе туй ҡумталарында һәм һандыҡтарында һаҡлап ҡалырға тырыша. Бер изделиены эшләү, әгәр өй эштәренә тотонмай торһаң, ике-өс көндә әҙер була. Изделиеларҙы ул һата, таныштарынан заказдар ала. Хәҙер был шөғөл уға ҙур булмаған табыш килтерә.
Яңыраҡ ҡатын Екатеринбургта ротанг мәктәбендә уҡып сыға. Остаздары Марина Плюхина һәм Левон Мачкалян уға үреү өлкәһендә мөһим күнекмәләр һәм белем бирә. Оксана Валерьяновна был тәжрибә менән генә сикләнергә йыйынмай. Оҫта хәҙер үҙе белгәндәре менән ихлас уртаҡлаша, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора һәм теләге бул-ғандарҙың барыһын да яһалма ротанг менән үреү сәнғәтенә өйрәтә.
Луиза ЗАКИРОВА.