Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
1 Сентябрь 2025, 14:25

“Изге ҡулдар” балалар һабантуйы

Оло Ыҡтамаҡ ауылында, “Наил-хажи” мәсете биләмәһендә, йыл һайын ойошторолған “Изге ҡулдар” Балалар һабантуйы уҙҙы. Был – Мәсетле районының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн иҫ киткес сара.

“Изге ҡулдар” балалар һабантуйы
“Изге ҡулдар” балалар һабантуйы

Ойоштороусылар – Мәсетле инвалидтар йәмғиәте, район Мәҙәниәт һарайы, Йәштәр үҙәге, “Ғаилә” хеҙмәте – бай һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән. Балалар пластилиндан әүәләү һәм балауыҙ ҡәләм менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә мауығып ҡатнашты, арт-терапия, метафорик ассоциатив карталар менән эшләү, әкиәт персонаждары менән күңелле уйындар балаларға ыңғай һәм яҡшы кәйеф бүләк итте.
Балаларға күңел асыуҙан тыш, ата-әсәләр өсөн тәжрибәле психолог Гөлнара Шәйхелисламова менән тренинг ойошторолдо, унда балаларҙы тәрбиәләү һәм уларға ярҙам итеүҙең мөһим мәсьәләләре тикшерелде.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн республикала 900 меңгә яҡын бала йәшәй, 20 меңгә яҡыны – инвалид. Уларҙың һәр береһенә йәшәү сифатын мөмкин тиклем яҡшыртыу өсөн реабилитация талап ителә. Бөгөнгө көндә төбәктә өс этаплы медицина реабилитацияһы системаһы төҙөлгән. Беренсе этапта ауыр хәлдә ҡалған балалар өсөн ул тыуғас та, бала табыу йорттарында үткәрелә. Икенсе һәм өсөнсө этаптарҙа медицина реабилитацияһы тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар шарттарҙа үткәрелә. Реабилитацияла мөһим роль шифахана-курорт дауалауына ҡайтып ҡала. Башҡортостанда 11 балалар шифаханаһы эшләй, уларға путевкалар сират буйынса медицина күрһәтмәләре булған осраҡта бирелә.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙ үҙенсәлекле балалы ғаиләләргә, эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтарға ярҙам итеүгә, уларҙың мәшғүллеген, һөнәри белем алыуын ойоштороуға, уңайлы мөхит, социаль инфраструктура, реабилитация һәм социализация системаларын булдырыуға етди иғтибар бүләбеҙ. Беҙҙең бурыс – мөхит булдырыу, кешеләргә йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам иткән технологияларҙы индереү. Беҙ йыш ҡына “һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр” тип әйтәбеҙ, асылда “был мөмкинлектәре сикһеҙ кешеләр” һәм беҙ уларға тулы тормош алып барырға ярҙам итергә тейешбеҙ.


Камилла МусакӘлимова.

Автор: