Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
3 Июль 2023, 10:10

Эш биреүсе һәм эҙләүсе – бер залда

“Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты" Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы нигеҙендә район Мәҙәниәт һарайында Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса бүлеге сара ойошторҙо. Залда мәктәптәр һәм күп профилле колледж уҡыусылары, шулай уҡ эш эҙләүселәр йыйылды.

Эш биреүсе һәм эҙләүсе – бер залда
Эш биреүсе һәм эҙләүсе – бер залда

Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны:
– Эш биреүселәрҙе һәм эҙләүселәрҙе яҡынайтыу маҡсатында бөгөн бөтә ил буйынса ошондай саралар үтә. Хәҙер эш эҙләгән һәр кем уны Рәсәй Хеҙмәт министрлығының “Рәсәй эше” платформаһы ярҙамында таба ала, әммә бындай форма тере аралашыуҙы алмаштыра алмай. Шуға күрә вакансиялар йәрминкәһе үҙенең популярлығын юғалтмай, – тине ул.
Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса бүлек начальнигы Иршат Бәйтуллин һүҙҙәренсә, вакансиялар йәрминкәһе – граждандарҙы эшкә урынлаштырыуға, уҡыу йорттарын һайлауға булышлыҡ итеүҙә һөҙөмтәле эш формаларының береһе. Ул хеҙмәт баҙарында үҙ аллы, шул иҫәптән эш биреүсе менән туранан-тура аралашыу юлы менән йүнәлеш алырға, һөнәр һайларға мөмкинлек бирә, мәктәп уҡыусыларына киләсәк өсөн һөнәр планлаштырырға ярҙам итә. Күп кенә йәштәр офис һөнәрҙәренә өҫтөнлөк бирә, ә хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәр иң кәрәклеһе булып тора. Мәсетле районында ла был өлкәлә белгестәр етмәй.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 30 июндә 26ы һанында уҡығыҙ.

Автор: