Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
9 Декабрь 2022, 09:10

Мобилизацияланған граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ташламалар ҡаралған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам программаһына федераль гарантиялар менән бер рәттән республика кимәлендә 32 төр ярҙам сараһы инде.

Мобилизацияланған граждандарға  һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ташламалар ҡаралған
Мобилизацияланған граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ташламалар ҡаралған

Уҡыусыларға һәм студенттарға ярҙам
Башҡортостан Башлығы бойороғо менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына 10 ярҙам сараһы закон менән нығытылды. Улар араһында: балалар баҡсаһына сираттан тыш ҡабул итеү һәм сабыйҙы мәктәпкәсә учреждениеға йөрөткән өсөн түләүҙән азат итеү, шул иҫәптән өҫтәмә дәрестәр һәм түңәрәктәрҙә, секцияларҙа шөғөлләнгән өсөн түләүҙән азат итеү; өс йәшкә тиклемге балаларға бушлай балалар аҙығы биреү; мәктәп уҡыусыларын (5 – 11 кластар) һәм колледж студенттарын ҡайнар аш менән тәьмин итеү; уҡыу осоронда ҡала бәйләнеше йәмәғәт транспортында мәктәп уҡыусыларына бушлай юл йөрөү; балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙарына һәм шифаханаларға бушлай путевкалар биреү.
Мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләре араһында “Һөт кухняһы” хеҙмәте ҙур һорау менән фай-ҙалана. Ғаризалар Күп функциялы үҙәк аша йәки яҡындағы “Һөт кухняһы” таратыу пунктында ҡабул ителә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 9 декабрҙә 49ы һанында уҡығыҙ.

Автор: