Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
7 Ноябрь 2022, 10:30

Социаль хәстәрлек – яңғыҙлыҡтан дауа

Башҡалар хаҡында хәстәрлек күреү, уларҙың әрнеүен үҙеңдеке кеүек ҡабул итә белеү – ул үҙенсәлекле күңел һәләте.

Социаль хәстәрлек – яңғыҙлыҡтан дауа
Социаль хәстәрлек – яңғыҙлыҡтан дауа

Мәсетле районы “Социум” үҙәгенең социаль хеҙмәткәрҙәре өсөн ололарға ярҙам итеү – көн һайын башҡара торған шөғөл. Улар аҙнаның һәр көнөндә оло йәштәге кешеләргә үҙ аллы эшләй алмаған донъя мәшәҡәттәрен башҡарырға ярҙам итә.
Мәсетле районында 23 социаль хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың һәр береһенә 20-гә яҡын тәрбиәләнеүсе тура килә. Ойошма хеҙмәткәрҙәре ярҙамсыһыҙ ҡалған өлкәндәргә аҙнаһына ике тапҡыр барып йорт мәшәҡәттәрен башҡара. Иҙән йыуыу, түшәк алмаштырыу, аш-һыу әҙерләү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләү, шулай уҡ тән температураһын, ҡан баҫымын үлсәү, хәле насар булған осраҡта ашығыс медицина ярҙамын саҡырыу һәм кәрәк булғанда уларҙы дауалау учреждениеһына оҙатып барыу кеүек эштәр уларҙың бурысына инә.
Ҡайһы бер социаль хеҙмәткәрҙәргә ҡоҙоҡҡа йәиһә колонкаға һыуға йөрөргә тура килә, сөнки ололарҙың барыһының да өйҙәрендә һыу юҡ. Йәйен баҡса утарға, ә ҡышын ҡарҙан таҙартырға ярҙам итәләр. Көҙ етеү менән, һалҡындар башланғансы, өлкән йәштәгеләрҙең йортон йылытырға мөмкин булһын өсөн утын әҙерләп ҡуялар. Кәрәк булғанда тәҙрәләрҙе йыуалар, аҡлайҙар һәм буяталар. Ололар уларҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көтә.
Әлбиттә, өйҙә ярҙам итеү – бик мөһим эш. Ләкин социаль хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре оло йәштәге кеше йәиһә инвалид өсөн аралашыуҙың мөһим икәнен ишетеп кенә белмәй. Уларҙың хәстәрлеге – яңғыҙлыҡтан дауа, шуға күрә лә тәрбиәләнеүселәренә яңы баҫма алып киләләр, һуңғы яңылыҡтар буйынса фекер алышалар.
Билдәләп үтергә кәрәк, “Социум” үҙәге өс йәшкә тиклемге балаһы йәиһә 18 йәшкә тиклемге инвалид балаһы булған ғаиләләрҙе лә үҙ опекаһына ала. Мәҫәлән, атаһы вахта менән эшләй, әсәй кешегә ниндәйҙер документ юлларға кәрәк, социаль хеҙмәткәрҙәр бында ярҙамға килә һәм баланы ҡарап тора.

Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова