Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
10 Август 2022, 10:15

Миҙал һәм 100 мең һум аҡса кемдәргә тәғәйенләнә?

Был хаҡта тулыраҡ түбәндәге яҙмала уҡығыҙ.

Миҙал һәм 100 мең һум аҡса кемдәргә тәғәйенләнә?
Миҙал һәм 100 мең һум аҡса кемдәргә тәғәйенләнә?

Башҡортостанда “Ата-әсә ҡаһарманлығы” наградаһы тураһындағы ҡарарға үҙгәрештәр индерелде. Был хаҡтағы Указға 8 августа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Хәҙер миҙалға һәм бер тапҡыр түләнә торған 100 мең һум аҡсаға патронат тәрбиәгә алыусылар (баланы ваҡытлыса ҡарауға алғандар) ҙа дәғүә итә ала. Әммә бер шарт бар: ғаилә тәрбиәгә ете һәм унан күберәк бала алырға тейеш.

Бынан тыш, өс һәм унан күберәк инвалид баланы уллыҡҡа алғандарға, тағы ете һәм унан күберәк етем баланы алған ғаиләләргә награда ҡаралған.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.

Фото: pravdapfo.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Лариса Михалькова