Кешегә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ, уның тормошон яйға һалыу өсөн дөрөҫ ҡарар табырлыҡ, кешегә һәм уның туғандарына ярҙам итерлек белгестәр кәрәк.
Быйыл апрель айынан Мәсетле районында социаль координатор хеҙмәте белгестәре эш башланы. Социаль эш буйынса белгес Зөлфиә Сафонова һәм психолог Альмира Ғәлләмованың бурысы – граждандарҙы өйҙә социаль ярҙамға мохтаж тип таныу, стационар йәиһә ярым стационар учреждениеларға билдәләү.
Әгәр оло кеше иғтибарға, көнкүрештә ярҙамға мохтаж икән, уны бер кем дә ҡарамаһа, уға социаль координаторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар адрес буйынса килеп, уның йәшәйеш кимәлен баһалаясаҡ, уны социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныясаҡ. Артабан хеҙмәт белгестәре мохтаждарға социаль хеҙмәт күрһәтеү кәрәклеге хаҡында мәғлүмәтте “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә тапшыра, ҡарттар һәм инвалидтар өсөн Көҙәй йорт-интернатына урынлаштырыуға документтар әҙерләүҙә булышлыҡ итәсәк.
Мәсетле районы социаль координаторҙар хеҙмәте Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорто-интернатының структур бүлексәһе булып тора. Ул республиканың Иглин районында урынлашҡан һәм Дыуан, Балаҡатай, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат райондары граждандарын ҡабул итә.
Шулай уҡ социаль координаторҙар хеҙмәтенә оло йәштәге гражданды һәм инвалидты ғаиләгә ҡабул итеүҙе теркәгәндә документ йыйыу-ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бындай йәшәү формаһында мохтаж граждандар һәм уларҙы тәрбиәләгән кешеләр бергә йәшәй һәм уртаҡ хужалыҡ алып бара.
Социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлыҡты асыҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 48-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-55.
Лариса РИЗВАНОВА