Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
4 Апрель 2022, 15:50

Чернобыль ликвидаторына торлаҡ сертификаты тапшырылды

1986 йылдың 26 апрелендә атом энергетикаһы тарихында иң ҙур һәләкәт була – Чернобыль атом электр станцияһындағы дүртенсе энергоблок шартлай, уның һөҙөмтәһендә атмосфераға бик күп зарарлы матдәләр бүленеп сыға.

Чернобыль ликвидаторына торлаҡ сертификаты тапшырылды
Чернобыль ликвидаторына торлаҡ сертификаты тапшырылды

Илдә йәшәгән йөҙәрләгән мең кеше, һаулығын йәлләмәй, авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Түбәнге Бобин ауылынан Леонид Ивакин да – ликвидаторҙарҙың береһе.
7 апрелдә, авариянан һуң бер йыл үткәс, Мәсетле хәрби комиссариатынан саҡырыу буйынса уны һәм тағы бер нисә кешене Ырымбур өлкәһе Тоцкое-4 ҡасабаһындағы полигонға ебәрәләр, унда 21 көн буйы дозиметристҡа уҡыталар.
Һуңынан Леонид Егорович Киев өлкәһенең Ораное ауылы эргәһендәге станцияла, АЭС-тан 50 километр тирәһе, махсус эшкәртеү пунктында ҡаҙанлыҡта эшләй. Улар палатка ҡаласығында йәшәй һәм көн һайын нурланыш миҡдарын үлсәйҙәр.
– Ул саҡта миңә 38 йәш ине, – тип иҫенә төшөрә ликвидатор, – беҙ бер нәмәнән дә ҡурҡманыҡ. Әммә һәр организм үҙенсә эш итте. Һәләкәт урынына тәүгеләрҙән булып килгәндәр бик юғары доза алған. Уларҙың күбеһе, үҙҙәре менән нимә булғанын да аңламай, вафат булды.
10 июндә, нурланыш дозаһы 9,22 рентгенға еткәс, уны өйөнә ҡайтаралар. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, колхозда эшләүен дауам итә. Чернобыль АЭС-ында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу эҙһеҙ үтмәй – Леонид Ивакиндың бер яҡ үпкәһе зарарлана, әммә ул сирҙе еңә. Хаҡлы ялға 50 йәшендә сыға. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр, хәҙер уларҙың дүрт ейәне бар.
Быйыл мартта федераль бюджет иҫәбенә Ивакиндар ғаиләһенә “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы буйынса торлаҡ һатып алыуға дәүләт торлаҡ сертификаты тапшырылды.
Документты район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин тапшырҙы. Ул техноген һәләкәт ваҡытында күрһәткән ҡыйыулыҡ, тотороҡлоҡ, сабырлыҡ өсөн Леонид Егоровичҡа рәхмәт белдерҙе, һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм именлек теләне.
Ивакиндар Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҙҙәренә яраҡлы йорт тапҡан да инде, әлеге ваҡытта документтар рәсмиләштерелә.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова