Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
18 Март 2022, 09:25

Өйө барҙың көйө бар

Йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға таныҡлыҡ бирелде Мәсетле районында тағы ла бер йәш ғаилә өй туйлаясаҡ. Әжекәй ауылынан Шәйәхмәтовтарға тантаналы рәүештә торлаҡ йорт һатып алыу (төҙөү) өсөн социаль түләү алыуға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.

Өйө барҙың көйө бар
Өйө барҙың көйө бар

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин уларҙы күптән көтөлгән ваҡиға менән ҡотлап, ныҡлы ғаилә бәхете, яңы йорт һатып алыу йәиһә төҙөү буйынса пландарҙың тиҙ арала тормошҡа ашыуын теләне.
– Бөгөн дүрт бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләнең сираттағы ярҙам алыуына бик шатбыҙ, – тип билдәләне ул.
Венера һәм Марат Шәйәхмәтовтар 2011 йылда ғаилә ҡорған. Дүрт йыл дауамында Пермь ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән, аҙаҡтан Мәсетле районының Әжекәй ауылына күсеп килгән.
– 2017 йылда район хакимиәтендә йәш ғаиләләр өсөн программалар хаҡында ҡыҙыҡһынырға булдыҡ, – тип һөйләй Марат. – Сиратҡа торорға мөмкин икәнлеген белеп ҡалдыҡ, документтар йыйҙыҡ.
Бөгөн ғаилә башлығы газ хеҙмәтендә слесарь булып эшләй, тормош иптәше – “Ҡарағай” шифаханаһында келәт мөдире. Шәйәхмәтовтарҙың дүрт балаһы бар: икәүһе мәктәптә уҡый, икәүһе – балалар баҡсаһына йөрөй. 1 миллион 714 мең һумлыҡ аҡсалата таныҡлыҡ ярҙамында улар Мәсетле районында йорт һатып алырға йәиһә төҙөргә ниәтләй.
– Илдә йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса эш алып барылыуы ҡыуаныслы. Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Тиҙҙән өйлө буласаҡбыҙ, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша улар.

Белешмә өсөн
Йәш ғаилә “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” төп сараһы сиктәрендә торлаҡ һатып алыу (төҙөү), беренсе иғәнә түләү, алдан алынған ипотека кредитын ҡаплау йәиһә яңынан финанслауға социаль түләүҙәр алыу мөмкинлегенә эйә. Сарала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған, ата-әсәнең (йәки тулы булмаған ғаиләләге бер ата-әсәнең) йәше 35 йәштән артмаған һәм социаль түләү күләменән ҡиммәтерәк торлаҡ хаҡы өсөн түләүгә етерлек табышы булған йәш ғаиләләр ҡатнаша ала.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова