Бөгөн һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында бөтә нәмәнән баш тартып, ҡыйынлыҡтарға бирешмәгән үҙенсәлекле кешеләр күбәйә. Берәүҙәр әүҙем тормош алып бара, икенселәр бындай проблемаларға осраған кешеләрҙең махсус йәмғиәттәренә инә һәм бергәләп ауыр хәлдәрҙән сығыу юлын эҙләй.
Республикала эш биреүселәрҙе халыҡтың социаль яҡланмаған категорияларын эшкә ҡабул итеү, шулай уҡ инвалидтар өсөн эш урындарын һаҡлауға дәртләндереү буйынса әүҙем мәшғүллек сәйәсәте сараларын ғәмәлгә ашырыу дауам итә.
2009 йылдан республикала сығарылыш уҡыусыларының стажировкаһы тормошҡа ашырыла. Йәштәр өсөн был саранан етди өҫтөнлөктәр булып йәш кешенең практик тәжрибә алыуы, шулай уҡ алған һөнәре буйынса үҙен квалификациялы белгес итеп күрһәтеү мөмкинлеге тора, был артабан уны эшкә урынлаштырыуҙы еңелләштерәсәк.
Стажировкала ҡатнашыу осоро 6 айҙан артмаҫҡа тейеш. Эш биреүселәргә стажерҙарға эш хаҡы түләүгә сығымдары ҡайтарыла: минималь хеҙмәт хаҡы күләме һәм хеҙмәт хаҡы фондына түләүҙәрҙән ашмай (2022 йылдан алып – 20,8 мең һум).
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға дәртләндереү маҡсатында 2017 йылдан алып инвалидтарҙың стажировкаһы тормошҡа ашырыла, унда 600-ҙән ашыу инвалид, шул иҫәптән Мәсетле районында дүрт инвалид ҡатнашты.
Был сара барышында стажер-инвалидҡа һәм эш урынына яраҡлашыу осоронда инвалидҡа беркетелгән остазға хеҙмәт хаҡы түләүгә сығымдарҙы ҡаплау буйынса субсидия биреү мөмкинлеге ҡаралған. Стажировкала ҡатнашыу осоро 4 айҙан артмай. Инвалид стажерға һәм эш биреүсе остазға бюджеттан тыш дәүләт фондына страховка иғәнәһе суммаһына арттырылған минималь хеҙмәт хаҡы күләмендәге сығымдар ҡаплана (2021 йылда айына – 20,8 мең һум).
Шулай уҡ инвалидтар өсөн эш урындары булдырыу һәм йыһазландырыу буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Уның нигеҙендә эш биреүселәргә түбәндәге осраҡтарҙа сығымдар ҡаплана:
– инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындарын ойоштороуға (III төркөм инвалидын эшкә урынлаштырғанда – 80 мең һумға тиклем, I һәм II төркөм инвалидын эшкә урынлаштырғанда – 100 мең һумға тиклем);
– инвалидтың эш урынына ҡаршылыҡһыҙ инеүе өсөн кәрәкле инфраструктура булдырыуға – 100 мең һумға тиклем;
– остаз беркетеп, инвалидтарҙы эш урынына яраҡлаштырыуға (6 айға тиклем, бюджеттан тыш дәүләт фондына страховка иғәнәләре суммаһына арттырылған минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә (2022 йылда айына – 20,8 мең һум).
Субсидия алған осраҡта эш биреүсе ошо эш урынын ике йыл дауамында һаҡлап ҡалыу бурысын үҙ өҫтөнә ала.
2010 йылдан башлап барлығы 2300-ҙән ашыу эш урыны, шул иҫәптән Мәсетле районында 22 эш урыны булдырылған.
Районда 2022 йылда инвалидтарҙы һәм уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә алған осраҡта субсидия биреү өсөн эш биреүселәрҙе һайлап алыу иғлан ителде.
– Эшһеҙ сығарылыш студенттарын эшкә алған эш биреүселәр субсидия аласаҡ, – ти Мәсетле районы буйынса мәшғүллек үҙәге начальнигы Иршат Бәйтуллин. – Был инвалид стажерҙы эшкә алған ойошмаларға ла ҡағыла. Программа эш тәжрибәһе алыу, социаль-профессиональ эшмәкәрлеккә яраҡлашыуҙы тәьмин итеү, булған йәиһә оҡшаш һөнәр буйынса квалификацияны күтәреүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, стажировка инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәрен киңәйтеү һәм уларҙың хеҙмәт баҙарындағы конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән.
Мәсетле районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәге “Мәсетле урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән III төркөм инвалиды Кирилл Красильниковҡа “Урман оҫтаһы” һөнәре буйынса стажировка үтеүгә килешеү төҙөгән. Ул, Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлағандан һуң, Өфө урман-техника техникумына уҡырға инә, унда өс йыл уҡый. 2021 йылда “Урман һәм урман-парк хужалығы белгесе” булып диплом ала.
Туғандарынан район мәшғүллек үҙәгендә инвалидтарҙың стажировкаһын үҙ эсенә алған “Хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге өлкәһен үҫтереү” программаһы барлығын белеп ҡала.
– Нигеҙҙә мин документтар менән шөғөлләнәм, – тип һөйләй Кирилл. – Эш миңә бик оҡшай, стажировканан һуң бында эшләүемде дауам итермен, тип ышанам.
Стажировка ике айҙан да артмаясаҡ.
Лариса РИЗВАНОВА.