Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
22 Декабрь 2021, 15:15

Тәүәккәлләргә һәм башларға

Мохтаждар, адреслы ярҙам менән файҙаланып, үҙ эшен башлай ала 2020 йылдан республикала социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла. Уның йүнәлештәренең береһе – шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ярҙам итеү.

Тәүәккәлләргә һәм башларға
Тәүәккәлләргә һәм башларға

Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан Артур Бәширов адреслы социаль ярҙам нигеҙендә үҙ эшен асыуға 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алды. Унан башҡа программала тағы ла ете кеше ҡатнашты.
– Ярты йыл Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торҙом, – тип һөйләй Артур Сәлимйән улы. – Һуңынан миңә ошондай программа булыуы хаҡында һөйләнеләр. Ҡыҙыҡһына башланым, байтаҡ мәғлүмәтте ҡарап сыҡтым, унда инергә мөмкин булған шарттар хаҡында белдем. Артабан кәрәкле документтарҙы йыйҙым.
Үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын асып, Пермь крайынан Холмогорск итле тоҡомло ете үгеҙ һатып ала. Хәҙер фермер алдында уларҙы үҫтереү һәм уңышлы һатыу бурысы тора. Әлбиттә, бының өсөн күп көс һалырға кәрәк, әммә ир үҙ көсөнә ышана.
Артурҙың ғаиләһе ишле – өс балаһы бар: өлкәне – студент, икәүһе мәктәптә уҡый. Кескәйҙәр атаһына малдарҙы ҡарауҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән ярҙам итә. Артур Бәширов билдәләүенсә, был программа – ябай кешеләргә үҙ эшен башлау өсөн бик яҡшы ярҙам.

Белешмә
Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы был программа буйынса ярҙам күр-һәтеү тураһында ғариза биргән көнгә ҡарата уртаса йән башына килеме Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән йәшәү минимумынан кәм булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандарға күрһәтелә.
Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү эш эҙләү, шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу һәм граждандың ауыр тормош хәленән сығыуына йүнәлтелгән башҡа саралар формаһында бойомға ашырыла. Уның шарттары һәм ҡағиҙәләре тураһында ентекләберәк Төньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса бүлегендә белергә мөмкин.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова