Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
9 Август 2021, 15:30

Ғаиләләргә ярҙам

Аҙна һайын һәр шаршамбы Мәсетле районының “Ғаилә” хеҙмәтендә көндөҙгө сәғәт 4-тә “Йәйге позитив-2021” темаһына арналған йәйге майҙансыҡ эшләй.

Ғаиләләргә ярҙам
Ғаиләләргә ярҙам

Ғаиләләр менән эшләүсе белгес балаларға уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ә ата-әсәләргә социаль ярҙам саралары буйынса социаль-психологик һәм юридик консультация уҙғара.
Сара бина эсендә, шулай уҡ асыҡ һауала ла уҙа.
Һәр айҙың беренсе шаршамбыһында “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре Бер-ҙәм ғаилә консультацияһы көнө уҙғара.
Был көндө һеҙгә ғаилә менән социаль эш буйынса белгестәргә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, түләүһеҙ юридик консультация, психолог ярҙамы алыу мөмкинселеге бар. Шулай уҡ Мәсетле районы ғаиләләре, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр категорияһына ингәндәр, яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн социаль ярҙам саралары тураһында консультация алырға мөмкин. Бында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә нисек адреслы ярҙам алыу, шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү хаҡында һөйләрҙәр.
Оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы ғаиләгә ҡабул итеү буйынса һорау-ҙарға яуап бирерҙәр, ә ҡарауға алырға теләгән ғаиләләргә быны нисек эшләргә икәнен аңлатырҙар. Техник реабилитация сараларын ҡуртымға алыу мөмкинселеге бар.
Консультацияны белгестәрҙән Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 13-сө, 11-се кабинеттарға шәхсән барып һәм 8 (34770) 2-02-73 телефон һандары аша белергә мөмкин.

Автор:Наталья  Русинова