Ҡабул итеүсе ғаилә үҙен-үҙе хеҙмәтләндереү һәләтен тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтҡан һәм сәләмәтлек торошо буйынса даими тәрбиәгә, күҙәтеүгә һәм ғаилә хәстәрлегенә мохтаж оло кешегә ҡарата ойошторола. Берҙәм бюджет булдырыу шарттарында ҡабул иткән ғаилә оло кешене һәм инвалидты тейешенсә тәрбиәләү, туҡланыу, дарыу, көндәлек кәрәк-яраҡ әйберҙәре менән тәьмин итеү, табипҡаса медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина учреждениеларына оҙатып йөрөү, көнкүрешен, үҙ-ара хөрмәт нигеҙендә ялын ойоштороу, уңайлы психологик климат булдырыу буйынса үҙ өҫтөнә бурыстар ала. Ошо ярҙам һөҙөмтәһендә оло йәштәге кешелә һәм инвалидта оло тойғолар барлыҡҡа килә: ул үҙен ҡурсаулы, ҡәҙерле, хөрмәтле итеп тоя. Ул ғына ла түгел, өйҙә хәленән килгәнсә эштәр башҡарып, ғаилә ағзаларына йорт хужалығын алып барырға ярҙам итеп, өлкән кеше һәм инвалид үҙенең кәрәклеген тоя һәм уның йәшәү теләге көсәйә, ғүмере оҙая.
Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу-сы, өлкән кеше үҙе һәм Мәсетле районындағы “Ғаилә” үҙәге хеҙмәте ҡабул иткән ғаиләне ойоштороу тәртибе, яҡтарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары, килешеүҙе өҙөү шарттары күрһәтелгән өс яҡлы килешеү төҙөй. Был килешеү өлкән кешенең һәм инвалидтың, шулай уҡ уны ҡараусы кешенең ҡурсаланыу гаранты булырға тейеш. Тәрбиәгә өлкән кешене һәм инвалидты алыу өсөн теләктең генә булыуы кәрәк. Әммә сикләүҙәр һәм тыйыуҙар ҙа бар: кандидаттар яҡын туған булырға тейеш түгел; стационар социаль хеҙмәтләндереүгә тиклем кандидаттар бергә йәшәмәҫкә тейеш; Пенсия фонды аша ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаһын ҡарау буйынса компенсация алған осраҡта рөхсәт ителмәй; хөкөм ителмәү; психик сирҙәр, алкоголизм, наркомания һәм башҡа насар күренештәр ҙә ыңғай яуап алыуға кәртә буласаҡ. Тағы ла бер мөһим мәл: өлкән кешене һәм инвалидты ғаиләгә опека һәм попечителлек органдары ризалығы менән генә алырға мөмкин. Тәрбиәгә алған ғаиләнең бюджеты уның ағзаларының килемдәренән төҙөлә, әммә өлкән кешенең һәм инвалидтың биргән аҡсаһы уртаса йән башына килемдең 75 процентынан арта алмай. Бында “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында” 442-се федераль законда ҡаралған хоҡуҡтар ҡулланыла, ә был закон буйынса, стационарҙа социаль хеҙмәтләндереү өсөн айлыҡ түләү социаль хеҙмәт алыусының уртаса йән башына килеменең 75 процентынан арта алмай.
Тәрбиәгә алған ғаиләлә өлкән кешене һәм инвалидты ҡараусыға ай һайын 6200 һум күләмендә аҡсалата бүләкләү ҡаралған. Әгәр ғаилә 80 йәштән өлкән кешене йә I төркөм инвалидын үҙҙәре янына ала икән, закон тарафынан был түләүҙе 30 процентҡа арттырыу ҡаралған. Оло кешене ҡараусы аҡсаны тотоу буйынса ай һайын отчет бирәсәк. Уға оло кеше ҡултамғаһын ҡуя.
Өлкән йәштәге кешене ғаиләгә алыуға бәйле һорауҙарығыҙ менән Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20 адресы буйынса 12-се кабинетҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тел. 2-02-73.