Ҡала киң мөмкинлектәре менән үҙенә тарта, әммә ауылдың да өҫтөнлөк иткән яҡтары күп. Ауылда йәшәүҙең иң төп өҫтөнлөгө – экологик яҡтан таҙа булыуы. Бында күсемһеҙ милеккә хаҡ та ҡалаға ҡарағанда отошлораҡ. Ауылдағы ҙур булмаған өйҙәр ундағы күп ҡатлы йорттағы фатирға ҡарағанда күпкә арзан.
Бындағы тормош ҡаланан күсеп килгән кешегә иркенлек һәм тыныслыҡ бирә. Силәбе ҡалаһынан Лилиә Радик ҡыҙы һәм Евгений Анатольевич Загребельныйҙар ғаиләһе бындай ауыл тормошона аҙым яһаны ла инде. Улар ауыл ипотекаһы алып, Оло Ыҡтамаҡ ауылында торлаҡлы булдылар.
– Йыл ярым-ике йыл элек торлаҡ алыу йә ата-әсәй йортона ҡайтыу тураһында уйлай инек. Ике миллион өс йөҙ мең һум күләмендә егерме биш йыл-ға ипотека тигән һүҙ генә лә беҙҙе ҡурҡыуға һалды. Әммә ваҡыт үтеү менән аңлайһың: балалар үҫкәндә торлаҡ өсөн аҡса йыйыу ябай эш түгел. Шуға ла ипотека алырға ҡарар ҡылдыҡ. Бәхеткә күрә түбән ставка менән “Ауыл ипотекаһы” дәүләт программаһы сыҡты. Документтар йыя башланыҡ, тәүге иғәнә итеп “Ауыл докторы” программаһы буйынса компенсацияны ҡулландыҡ. Өй һайлап алып, 2,7 % менән ипотека рәсмиләштер-ҙек. Хәҙер беҙҙең үҙебеҙҙең йәшәр урыныбыҙ бар, – ти Лилиә Радик ҡыҙы.
Ғаилә район үҙәгенә яңыраҡ күсеп килде. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында дерматовенеролог булып урынлаша, поликлиника мөдире вазифаһын башҡара, ире – шул уҡ дауаханала водитель. Быға тиклем торлаҡты ҡуртымға алғандар, дүрт кешенән торған ғаиләгә тығыҙ, һәр кем үҙ мөйөшө булыуын теләгән. Дүрт йәшлек игеҙәктәр – Евгения менән Милана бөтәһенән дә нығыраҡ ҡыуана. Улар ихатаға сығып уйнай ала, был бигерәк тә үҙ-үҙеңде ҡурсалау ваҡытында бик урынлы. Балалар, быйыл- ғы йәйҙең эҫеһенән ҡасып, теләгән ваҡытта бәләкәй генә бассейнда ҡойоналар. Балалар ҙа бәхетле, ололар ҙа улар өсөн тыныс.
Белешмә: “Ауыл ипотекаһы” – ауыл ерендә торлаҡ алыу өсөн 2020 йылда ғәмәлгә ингән яңы программа. 0,1 проценттан алып 3 процентҡа тиклем льготалы ставка менән кредит алыу мөмкинлеген бирә. Программаның тағы бер маҡсаты – бәләкәй ауылдарҙы үҫтереү, ғаиләләрҙе ауылда ҡалдырыу. Торлаҡ өсөн льготалы кредит алыуҙың башҡа мөмкинселектәрен дә, мәҫәлән, ғаилә ипотекаһы алыу мөмкинлеген юҡҡа сығармай. Заемға аҡса алыусыларҙы өсөнсө бала тыу-ған осраҡта башҡа ярҙам сараһынан да мәхрүм итмәй. Шуныһын белеү мөһим: “Әсәлек капиталы”н беренсе иғәнә сифатында ауыл ипотекаһын алыуҙа ҡулланып булмай. 2020 йылдан ауыл ипотекаһы менән торама пункт шартына тура килгән ер участкаһында торлаҡ өй (башҡа күсемһеҙ милек объекты) алыу өсөн генә ҡулла- нырға мөмкин.
Бынан башҡа, ауыл ипотекаһы буйынса ер һатып алып, шунда йорт һалырға йә булған участкала торлаҡ төҙөргә аҡса алырға мөмкин. Льготалы ипотеканы рәсмиләштереүҙең төп талабы – ерҙең, йорттоң ауыл ерендә булыуы.