Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
18 Февраль 2020, 14:00

Аҙ тәьмин ителгәндәр 100 мең һумға тиклем ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә

Быйылдан республикала адреслы социаль ярҙам системаһы яңы мөмкинлектәр менән эшләй башлай

Уҙған алты йылда республикала мохтаж булғандарға адреслы ярҙамға 280 млн һум йүнәлтелгән, был 6728 социаль контракт төҙөргә мөмкинлек биргән, шуның 98 проценты – шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға, тағы ла ике проценты – эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуға.
Мәсетле районында былтыр шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға 30 ғаиләгә ярҙам күрһәтелгән.
Быйыл был программаны финанслауҙы Башҡортостанда 10 тапҡырға, 426,8 млн һумға тиклем арттырҙылар. Беҙҙең республика Рәсәйҙең тағы ла 20 төбәге менән бергә федераль пилот проектында ҡатнашыусылар иҫәбенә инде. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Адреслы ярҙам социаль контракт нигеҙендә ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Социаль контракт – граждан һәм социаль ярҙам республика үҙәге араһында төҙөлгән килешеү. Документ гражданға адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Ул, үҙ сиратында, социаль адаптация программаһында ҡаралған сараларҙы ғәмәлгә ашырырға тейеш.
Ярҙамды республикала йәшәүсе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған, шул иҫәптән үҙмәшғүлдәр, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған йәки яңы һөнәргә уҡырға теләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандар алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо уҡ программа буйынса үрҙә һанал- ған категориялар өсөн уҡыу, эш эҙләү ваҡытында ай һайын 10-ар мең һум алырға мөмкин.
Мәҫәлән, һеҙ парикмахер салоны асырға теләһәгеҙ, республика һеҙгә 100 мең һумға ҡорамал алырға ярҙам итәсәк. Һыйыр һатып алаһығыҙ икән, 50 меңгә иҫәп тотоғоҙ. Ә инде һыйырығыҙ булһа, фермер булып теркәлә һәм 100 мең һумға көтөүегеҙҙе тулыландыра алаһығыҙ.
Шулай уҡ программа сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бюджет иҫәбенә яңы һөнәр алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн граждан 30 мең һум һәм уҡыған ваҡытта ай һайын аҡса аласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте, консультацияны, шулай уҡ документ тултырыуҙа ярҙамды 24 февралдән халыҡты социаль яҡлау бүлеге филиалдарында, күп функциялы үҙәктәрҙә, “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә алырға мөмкин.