Үҙгәреш 2020 йылдың 1 ғинуарынан һәм унан һуңыраҡ барлыҡҡа килгән страховкалау осраҡтарына ҡағыла.
Страховка осраҡтары: ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу менән бәйле отпуск буйынса пособиеларҙы иҫәпләп сығарыу өсөн минималь уртаса көндәлек эш хаҡы страховка осрағы еткән көнгә билдәләнгән МРОТ-ты ике йылдағы айҙар һанына, йәғни 24-кә ҡабатлау юлы менән билдәләнә, килеп сыҡҡан сумманы 730 көнгә бүлергә кәрәк.
Шулай итеп, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу менән бәйле отпуск буйынса пособиелар иҫәпләп сығарыу өсөн минималь уртаса көндәлек эш хаҡы 398 һум 79 тин тәшкил итә.
Шуның менән бергә райондарҙа һәм эш хаҡына район коэффициенты ҡулланылған урындарҙа МРОТ-тан сығып иҫәпләнгән пособиелар күләмдәре әлеге коэффициенттарҙы иҫәпкә алып билдәләнә. Йәғни, пособие иҫәпләүҙең иң һуңында минималь уртаса көндәлек эш хаҡын хеҙмәткәрҙең эш стажына ярашлы процентҡа, шунан эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре һанына ҡабатлағандан һуң район коэффициентын ҡулланабыҙ (Башҡортостанда – 15%).
Тағы ла шуға иғтибар итегеҙ: МРОТ күләменең үҙгәреүе эшләгән граждандар өсөн тәүге балаһын йәш ярымға тиклем ҡараған өсөн 2020 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнгән айлыҡ пособиены иҫәпләүҙә сағыласаҡ.
Хәҙер Башҡортостан Республикаһында эшләгән граждандар өсөн беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие 5579 һум 80 тиндән кәмерәк булырға тейеш түгел.
Күрһәтелгән датаға тиклем тәғәйенләнгән пособиелар элекке күләмдә ҡаласаҡ.
Әсәлек менән бәйле пособиеларҙың һәм эшләгән граждандар өсөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеларҙың иң ҙур күләме 2020 йылда артты. Ул йыл һайын арта һәм Социаль страховкалау фондына страховка иғәнәләре иҫәпләп өҫтәү өсөн базаның үҫеүе менән бәйләнгән.
2020 йылдың 1 ғинуарынан ФСС тарафынан түләнеүсе пособиеларҙы иҫәпләү өсөн максималь уртаса көндәлек эш хаҡы 2301 һум 37 тин тәшкил итә.
Шулай итеп, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 140 көнгә 322191 һум 80 тин тәшкил итә, йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса пособиеның иң ҙур күләме – 27984 һум 66 тин.
Бала ҡарау буйынса пособиеның, бала тыуған ваҡытта бер тапҡыр бирелә торған пособиеның һәм билдәләнгән социаль пособиеларҙың башҡа төрҙәре йыл һайын 1 февралдән индексациялана.