Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
10 Ғинуар 2020, 11:00

Балаларға айлыҡ аҡсалата түләү биреү тәртибендә үҙгәрештәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2018 йылдың 1 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу буйынса саралар тураһында” УГ-259 һанлы Указына ярашлы, Башҡорт-остан Республикаһында йәшәгән һәм йән башына уртаса килемдәре балалар өсөн йәшәү минимумынан артмаған күп балалы ғаиләләр өсөн 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған өсөнсө йәки унан һуңғы һәр балаға өс йәше тулғансы 8993 һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләү бирелә.

РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 ноябрендәге “Рәсәй Федерацияһының “Граждандарға социаль ярҙам” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡайһы бер акттары көсөн юғалтҡан тип таныу тураһында” 1559 һанлы ҡарары ҡабул ителеү менән бәйле, 2020 йылдың 1 ғинуарынан был айлыҡ аҡсалата түләү биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә. Хәҙер Башҡортостан Республикаһында ғаилә был айлыҡ аҡсалата түләү алыу хоҡуғына йән башына уртаса килеме был түләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән йылдың алдында килгән йылдың II кварталында эшкә һәләтле йәштәге кешегә билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән ике тапҡырға (2020 йылда – 20868 һумдан) артмаған осраҡта эйә.
Башҡортостан Республикаһы территорияһында даими йәшәгән һәм 2017 йылдың 31 декабренән һуң өсөнсө һәм унан һуңғы балаһы тыуған (уллыҡҡа алынған), ғаиләнең бер ағзаһына уртаса килем 20868 һумдан артмаған Рәсәй Федерацияһы гражданы өсөнсө һәм унан артабанғы балаға түләү алыу хоҡуғына эйә.
Түләүҙе алыу өсөн халыҡҡа социаль ярҙам республика үҙәктәренә, “Минең документтарым” дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.