Комиссия эшен мәшғүллек бүлеге начальнигы Гөлнара Бикташева менән бүлек инспекторы Иршат Бәйтуллин, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 2-се район-ара инспекцияһы өлкән белгесе Илгизә Шафиҡова һәм район эшҡыуарҙары советы вәкиле Наталья Зырянова алып барҙы.
Комиссия түбәндәге эшмәкәрлек төрҙәрен ҡараны: һөт тоҡомло һыйыр малдарын үрсетеү, матурлыҡ салондары һәм бөҙрәханалар хеҙмәттәре күрһәтеү, биналарҙы комплекслы хеҙмәтләндереү буйынса эшмәкәрлек, көндәлек көнкүреш кәрәк-ярағы магазины асыу һәм ремонт-оҫтахана цехы ойоштороу. Ултырыш барышында буласаҡ эшҡыуарҙар үҙ эштәрен теркәү һәм һайлаған йүнәлештәре буйынса артабан эшләү өсөн консультация алды.
Комиссия эшһеҙ 15 гражданға, шәхси эшҡыуар сифатында дәүләт теркәүе үтеү шарты менән, бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар 96 мең һум күләмендә финанс ярҙам аласаҡ.