Әгәр үҙ профессияғыҙ хәҙерге шарттарҙа бик үк талап ителмәһә, яңыһын үҙләштереү мөмкинлеге бар. Ғәҙәттә үҙәктәр бер-нисә йүнәлеш буйынса уҡыуҙы тәҡдим итә, араһынан үҙегеҙ өсөн ҡулайлырағын һайлап алыр- ға мөмкин. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша уҡыу артабан эшкә урынлашыу өсөн документ алырға мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә уҡып сығыу – бушлай, сөнки финанслау бюджеттан башҡарыла.
Уҙған аҙнала Мәсетле районы халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә “1С: Предприятие 8, сау- ҙа менән идара” программаһы буйынса квалификация арттырыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды. Уны 9 эшһеҙ граждан һәм 1 пенсионер алды.
Сертификат алыусыларҙы халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы Гөлнара Бикташева ҡотланы һәм бөгөн, хәҙерге заман шарттарында, өҫтәмә белем алыу һәм һөнәргә уҡыу айырыуса актуаль була барыуын билдәләне.
Йыл башынан июнгә тиклем халыҡ мәшғүллеге үҙәге 61 кешене (араларында 1 пенсионер һәм бала ҡарау буйынса ялдағы 4 ҡатын) уҡыр-ға ебәргән. Уларҙың 40-ғы “IV разрядлы ҡарауылсы”, “Ашнаҡсы”, “ Персонал менән идара итеү буйынса белгес” һәм “1С: Предприятие 8, сауҙа менән идара итеү” йүнәлештәре буйынса һөнәргә уҡыуҙы тамамлау тураһында документ алды ла инде.
Уҡытыу был эшмәкәрлекте алып барыуға хоҡуҡтары булған уҡыу йорттарында һәм ойошмаларында ғына алып барыла. Бөгөн уҡыу формаларының төрлөһө ҡулланыла: төркөмдәр менән, шәхсән һәм хатта ситтән тороп. Уҡыр-ға инеү өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәпкә баҫыр- ға кәрәк һәм уҡырға теләктең булыуы мөһим.
Әлеге мәлдә “Электрик” һөнәренә уҡыу өсөн төркөм йыйыла. Бынан тыш, бухгалтер, визажист, маникюр оҫтаһы, кондитер һәм парикмахер һөнәрҙәренә уҡып сығыу өсөн Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең уҡыу үҙәгенә барырға мөмкин.
Әгәр һеҙҙе хеҙмәт баҙарындағы кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра икән, тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тихон Онкин урамы, 2 адресы, шулай уҡ 8 (34770) 2-02-38 телефоны буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәге инспекторы Анира Дамир ҡыҙы Батталоваға мөрәжәғәт итергә.
Әйткәндәй, ошо йылдың алты айында Мәсетле районының халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә эш табыуҙа ярҙам һорап 420 граждан мөрәжәғәт иткән. Йыл башына 191 кеше теркәлгәйне, иҫәптән 441 кеше төшөрөлгән, шуларҙың 242-һе – эшкә урынлашыуға бәйле.