Илдә аналог тапшырыу- ҙарҙан цифрлы телевидениеға күсеү әүҙем бара. Ошоноң менән бәйле республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡорт-останда халыҡтың һанлы телевидение приемниктарын һатып алыуға сығымдарын ҡаплайҙар һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа спутник антенналары ҡуялар. Ярҙам пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән пособие алған балалы ғаиләләргә тейешле.
Бөгөнгә был хеҙмәттән районда Ҡорғат һәм Айып ауылдарынан алты кеше файҙаланды. Улар иҫәбендә Йонос ауыл биләмәһенең граждандар йыйылышы ваҡытында әлеге матди ярҙам тураһында ишеткән III төркөм инвалиды Ильяс Мөхәмәтғәлин да бар.
– Март башында мин ғариза яҙғайным, бына ярҙам алдым да инде. Кәрәкле документтар йыйыу ауыр булманы, бында ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҙур ярҙам күрһәтте, – тип уртаҡлаша Ильяс Ишмөхәмәт улы. – Һис шикһеҙ, тапшырыу сифаты иҫ китерлек айырыла. Каналдар һаны ла артты. Элек ябай антенна аша өсәү ҡараһам, хәҙер минең телевизор 20 канал күрһәтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһы тулыһынса цифрлы телевидениеға күсә. 3 июндән 57 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда аналог тапшырыуҙар тулыһынса туҡтатыла.
– Мәсетле районында бер нисә ауыл һанлы телесигнал зонаһынан ситтә булып сыҡты. Улар Жвакин, Оло Аҡа, Әжекәй, Теләш, Һабанаҡ, Айып, Тәкә, Ҡорғат, Түбәнге Туҡбай, Ишәле, Бурансы, Юлай һәм Тимербай ауылдары. Әлеге ваҡытта юлдаш ҡорамалдарын һатып алыу һәм ҡуйыуға 74 заявка килгән. Улар 3 июнгә тиклем ҡабул ителәсәк. Ярҙамға хоҡуҡтары булғандарҙың барыһына ла ауыл советтарына мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар документтар әҙерләргә ярҙам итәсәк, – тине районда һанлы тапшырыуҙарға күсеү өсөн яуаплы Анфиса Ишмөхәмәтова.