Был аҡсаларға сертификат алыусылар үҙҙәренең булған ер участкаларында үҙ ҡарамаҡтары буйынса өйҙәр һала ала.
Әлеге сертификаттар арҡаһында тиҙҙән Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе территорияһында – өс, Яңы Мишәр – ике, Ләмәҙтамаҡ – бер, Дыуан-Мәсетле – бер, Кесе Ыҡтамаҡ һәм Яуыш ауыл биләмәләрендә берәр яңы өй барлыҡҡа киләсәк.
Район хакимиәте башлығы Әнис Ҡасим улы бәхетле ваҡиға менән барыһын да ихлас ҡотланы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм тормоштарының алға барыуын, ә иң мөһиме – районыбыҙҙың демографик хәленә үҙ өлөштәрен индереүҙәрен теләне.