Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
25 Декабрь 2017, 15:48

Йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырҙылар

Мәсетле районы Хакимиәтендә 2015 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә булған “Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә бала тыуғанда бирелә торған социаль түләү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙылар.

Роза һәм Динарис Шакировтар, Лилиә һәм Марат Йосоповтар сертификатты район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡулынан алды.

– Тормошоғоҙҙо бәләкәй ватанығыҙ менән бәйләүгә беҙ шатбыҙ. Һәр ғаиләлә балаларҙың үҫеүе ҡыуандыра. Беҙ йәштәргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Башҡортостанда йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүсе саралар комплексы – ғәмәлдә. Улар “2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү”, “Өй комплекты”, “Социаль ипотека” программалары һәм “Торлаҡ” федераль маҡсатлы программаһының “Йәш ғаилә” ярҙамсы программаһы.

Сертификатҡа эйә булыусы ғаиләләрҙең береһе шәхси йорт төҙөп, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ниәтләй, икенсеһе сертификат ярҙамында торлаҡ буйынса кредитын ҡаплар-ға планлаштыра.

Социаль түләү һатылып алынған торлаҡтың йәки әлеге ваҡытта төҙөлөүсе торлаҡҡа киткән сығымдарҙы, шулай уҡ торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит килешеүе буйынса бурыстың төп суммаһын һәм процентын ҡаплау формаһында Баш-ҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. 2017 йылда ипотека бурысын ҡаплауға сертификатты өс йәш ғаилә алған.