2. Әсәлек капиталы программаһы тағы ла өс йылға йәки 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылды. Уны ҡулланыу мөмкинлектәре лә артты:
• балаға йәш ярым тулғансы әсәлек капиталынан ай һайын төбәктә баланың йәшәү минимумы дәүмәлендә түләү алырға мөмкин. Ул килеме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумының бер ярым дәүмәленән артмаған ғаиләләргә билдәләнә (был түләү тәүге балаға тәғәйенләнгән түләүгә оҡшаш, тик ул ғаиләлә тыуған икенсе балаға тәғәйенләнә);
• хәҙер әсәлек капиталын мәктәпкәсә йәшкә белем биреү хеҙмәттәрен түләүгә, анығыраҡ әйткәндә, ике айҙан уҡ баланы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн ҡулланырға мөмкин. Атап әйткәндә, әсә кеше бала тыуғандан һуң эшен йәки белем алыуын дауам итә ала.
3. Владимир Путиндың 2012 йыл-ғы май указына ярашлы өсөнсө балаға өс йәшкә тиклем ай һайын түләнгән аҡсаны ҡушып финанслауға ингән төбәктәр һаны 2018 йылдың 1 ғинуарынан 60-ҡа тиклем артасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был сара күп балалы ғаиләләр һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Түләү күләме конкрет төбәктә баланың йәшәү минимумына тигеҙ.
4. Киләһе йылдан шулай уҡ балалы ғаиләләр өсөн ипотека биреү буйынса яңы программа старт ала. Икенсе йәки өсөнсө балалары тыу-ған ғаиләләргә торлаҡ кредиты алты процент менән биреләсәк. Банктың процент ставкаһы йылына алты проценттан артып киткән осраҡта, дәүләт уны субсидияларға вәғәҙәләй. Түбәндәге осраҡта ғаиләләр элек алған кредиттарын рефинанслау мөмкинлегенә эйә:
- кредит алғандан һуң өс йыл үтмәһә – икенсе бала тыуғанда;
- кредит алғандан һуң биш йыл үтмәһә – өсөнсө бала тыуғанда.
5. Төбәктәрҙең күбеһендә балалар баҡсаһына урындар бөгөн етерлек. Хәҙер президент ике айҙан өс йәшкә тиклемге балалар өсөн йәслеләрҙә сиратты бөтөрөү бурысын ҡуйҙы. Төбәктәр яңы төҙөлгән балалар баҡсаһында йәсле төркөмдәрен асыуҙы маҡсат итеп ҡуясаҡ, шәхси мини-йәслеләр үҫешен дәртләндерәсәк.
6. Балалар өсөн поликлиникалар төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса бик ҙур программа ҡаралған. Маҡсат: һәр баланың медицина хеҙмәтләндереүен алыуға мөмкинлеген арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу, шулай итеп балаларҙың һаулыҡ торошон яҡшыртыуға ирешеү.