Бөтә яңылыҡтар
Социаль ярҙам
11 Декабрь 2017, 18:09

Ике һәм унан күберәк балалары булған ата-әсәләр льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә

Рәсәйҙә алты процент менән льготалы кредитты 620 мең ғаилә алырға әҙер.

Балалы ғаиләләр – ипотека алыусылар араһында иң ҙур категорияларҙың береһе. Күмәк торлаҡ сегментында улар 70 процент тирәһе. Улар-ҙың 20-30 проценты – ике һәм унан күберәк балалы ата-әсәләр. “Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге һәм Росстат мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙә 620 мең ғаилә алты процент менән ипотека алырға әҙер”, – ти Төҙөлөш министрлығы башлығы Михаил Мень.

“Президент бындай ҡа-рарҙы ҡабул итте, тиҙҙән беҙ уны хөкүмәттә әҙерләй башлаясаҡбыҙ”, – тип дауам итә министр. Льготалы ставка буйынса кредит биреү механизмы 2015-2016 йылдарҙы субсидиялауҙа әҙерләнгән. “Бөтә эштәрҙе банк үҙе баш-ҡара, аҙаҡтан кредиттарҙы субсидиялау төрөндә дәүләт ярҙамы ала”, – тип билдәләне Михаил Мень.

Субсидиялауҙың льготалы ике осоро ҡаралған: ике балалы ғаиләләргә өс йылға бирелә, өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә – биш йылға. Шул уҡ ваҡытта ипотека алып өлгөргән, ләкин балалары 1 ғинуарҙан һуң ғына тыуған ғаиләләр рефинанслауға иҫәп тота ала. “Ике һәм унан күберәк балалары бул-ған ғаиләләр алып өлгөргән ипотека кредитын рефинанслай алһын өсөн, беҙ был программаға шундай вариант индерҙек, – тине Михаил Мень. –Икенсе йәки артабанғы бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған осраҡта ла, банкка барырға һәм унда түләүҙе яңынан иҫәпләтергә мөмкин”.

Шулай уҡ льготалы ипотека дүртенсе һәм артабанғы балаларға ла ҡағыла, ләкин шарттар үҙгәрмәй – биш йылға алты процент.

Яңы механизмға ярашлы, льготалы ставка бөтә кредит осорона ҡағылмай. Ҡалған ипотеканы ғаиләгә баҙар ставкаһы буйынса түләргә тура киләсәк. Ләкин ипотека ставкаларының кәмеү тенденцияһы дауам итеүе мөмкин. “Эксперттар араһында 3-5 йылдан процент ставкаһы шул уҡ алты процентҡа яҡынлашыуы мөмкин тигән фекер йөрөй. Ул саҡта инде субсидиялау кәрәк булмай килеп сыға”, – тип хәбәр итә Мень.

Шулай уҡ әсәлек капиталына эйә булыусылар уны тәүге иғәнә булараҡ файҙалана, шулай итеп кредит хаҡын тағы ла өҫтәмә кәметә ала.

(“Российская газета”, №278, 7-13 декабрь, 2017 й.).