Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
21 Май 2018, 13:51

Ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр!

Ойошҡан ирекмәндәр эшмәкәрлегенең төрлө формалары Рәсәйҙә һәр ваҡыт: революцияға тиклемге ваҡытта шәфҡәт туташтары хеҙмәте рәүешендә, совет осоронда шәмбе өмәләре, тимур, пионер, комсомол хәрә-кәттәре, һәр төрлө тәбиғәтте һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәмғиәттәре һәм башҡалар формаһында булған. Бөгөн йәмғиәттең социаль үҫеше өсөн ирекмәндәр хәрәкәтенең роле арта бара. Хәҙер Рәсәйҙә волонтерҙар – ете миллиондан ашыу кеше.

Үҙәк китапханала Дыуан күп профилле колледжы уҡыусылары менән “Волонтерҙар хәрәкәте” әңгәмә-навигаторы булды.

Шундай классификация бар, уға ярашлы ирекмәндәр эшмәкәрлегенең төрҙәрен айырып йөрөтәләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре сарала ентекләберәк тикшерелде, ул –социаль волонтерлыҡ (балаларға һәм ҡарттарға ярҙам), юғалған балаларҙы эҙләү; экологик волонтерлыҡ (тәбиғәтте һаҡлау акцияларында һәм ихаталарҙы һәм урамдарҙы төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә алған сараларҙа ҡатнашыу, шишмәләрҙе һәм йылғалар-ҙы һаҡлап ҡалыу, хайуандар приюттарына ирекле ярҙам, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау).

“Еңеү волонтерҙары” һәм “Волонтер-медиктар” кеүек Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәттәренең ҙур әһәмиәтен билдәләнеләр.

Илдәге бер генә әһәмиәтле ваҡиға ла ирекмәндәрһеҙ булмай. Китапханасы Марина Худякова 2013 йылда Ҡазанда йәйге универсиада, Сочиҙағы 2014 йылғы ҡышҡы Олимпиаданы уҙғарыуҙағы һәм быйыл йәй Рәсәйҙә футбол буйынса үтәсәк 2018 йыл-ғы донъя чемпионатына волонтерҙар һайлап алыуҙа ирекмәндәрҙең роле тураһында һөйләне.

Шулай уҡ колледж уҡыу-сыларына нисек итеп халыҡ-ара волонтерҙар проектында ҡатнашыусы булырға мөмкинлеген, унда ниндәй эш төрҙәре менән шөғөлләнергә тура килеүен аңлаттылар.

Әңгәмә ваҡытында волонтерҙар эшмәкәрлеге төр-ҙәре тураһында видеороликтар күрһәтелде.

Сара һуңында ҡатнашыу-сылар араһынан һайлап анкеталар тултыртылды. Ул йәштәрҙең социаль яҡланылмағандарға ярҙам итергә һәм ирекмәндәр ойошмаларында ҡатнашырға әҙер булыуҙарын күрһәтте.

Марина ХУДЯКОВА,

үҙәк район китапхана-һының хеҙмәтләндереү

бүлеге мөдире.