Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
4 Декабрь 2017, 18:10

Тәрбиәләнеүселәр өсөн байрам

Әсәләр көнөндә әләгәҙҙәр Дыуан районы Мәсәғүт ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта булды

Ҡунаҡтарҙы балалар түҙемһеҙлек менән көттө һәм уларҙы тупһанан уҡ ҡаршы алды. Ҡунаҡтар һәм тәрбиәләнеүселәр араһындағы осрашыу дуҫтарса шарттарҙа үтте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты, уйнаны, бейене.

Был сәфәрҙе Лира һәм Салауат Камалиевтар ойошторҙо. Ая Кашина транспорт менән тәьмин итте. Үҙҙәренең сығыштары менән балаларға яҡшы кәйеф бүләк иткән бәләкәй артистар Каролина Камалиева, Софья һәм Елизавета Кашиналар, Йәмилә Кузнецова һәм Станислав Горинды айырым билдәләп үтке килә. Әләгәҙ ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Юлиә Кузнецова һәм Ксения Самарина тәрбиәләнеүселәр өсөн бик матур байрам ойоштороп уҙғарҙы.

Сәфәр приют балаларының ғына түгел, ә ҡунаҡтарҙың дә хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Балалар менән ижади процесс һәм ҡунаҡсыл тәрбиәселәр уларҙы күңелле хис-тойғолар менән тәьмин итте.


Салауат Камалиев:

– Шәфҡәтлелек – ул изгелек һәм бәләгә тарыған кешегә ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәт. “Строймастер” магазины хеҙмәткәрҙәре һәм ШЭ Ваон Симонян тап шундай сифаттарға эйә. Мәсәғүт ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр приютына сәфәрҙе ойошторорға нәҡ улар ярҙам итте, ошо кешеләр ярҙамында балалар хәстәрлек һәм иғтибар тойҙо. Улар күрһәткән изгелек райондың башҡа шәф-ҡәт күрһәтеүселәренә өлгө буласаҡ. Был ярҙам матди яҡҡа ғына ҡайтып ҡалмай, ул балалар-ға бүләк иткән шатлыҡ һәм өмөт тә. Ундай кешеләрҙең яҡшылығы үҙҙәренә йөҙләтә кире ҡайтасағына иманым камил.


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.